Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 3-01-2017, 17:49 | Категория: Авторҙар / Туған тел

Просмотров 4 041
"Аҡбуҙат"та баҫылған:01-2017
Рубрика:Авторҙар / Туған тел
Исеме:Башҡорт телендә һөйләшәм
Автор:Рәшит ШӘКҮР
Район:
Ауыл:
Рәссам:Салауат Ғиләзетдинов

Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә.
Минең йөрәк тамырҙарым —
Башҡорт ерендә.
Өмөттәрем, хыялдарым,
Йөрәк тибешем —
Киң Уралым, йырлап аҡҡан
Һинең инешең.
Алыҫ-алыҫ яңғыраған
Моңло йырҙарым —
Мең инеште бергә йыйған
Көмөш һыуҙарың.
Яуҙар сапҡан улдарыңдың
Көсө — беләктә,
Ҡайғылары, шатлыҡтары —
Минең йөрәктә.
Күпме ҡайғы, күпме шатлыҡ
Күрһә тыуған ер.
Ер күргәнде, ил күргәнде
Һаҡлай туған тел.
Миллион кеше күкрәгендә
Күкрәй ул бөгөн,
Көрәш теле, хаҡлыҡ теле,
Йәнем ул минең.
Туған телем, һин халҡымдың
Былбыл тауышы,
Быуаттарҙан быуаттарға
Ҡанат ҡағышы.

Башҡорт телендә һөйләшәм

(голосов:3)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар