Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 16-04-2017, 06:43 | Категория: Алтын бишек / Минең ғаиләм

Просмотров 687
"Аҡбуҙат"та баҫылған:03-2017
Рубрика:Алтын бишек / Минең ғаиләм
Исеме:Ҡала йыуасаһы
Автор:Ринат Сөләймәнов
Район:
Ауыл:
Рәссам:Ирина Әхмәҙуллина

 

Ринат Сөләймәнов
Ҡала йыуасаһы
 
Өләсәйгә ҡунаҡҡа
Ҡайтып төштөм ҡаланан.
Өләсәйем ҡыуанып
Сәй әҙерләй ҡабалан.
Ҡайтырымды белдереп
Яҙғайным «Бәйләнештә».
Шуға әҙер ҡоймаҡ та,
Мин яратҡан бәлеш тә.
Мин дә сығарып һалдым
Өҫтәлгә йыуасамды.
«Ник алдың, – ти өләсәй, –
Бөтөрөп юҡ аҡсаңды?!»
Ҡала йыуасаһына
Тештәре үтмәй икән.
Теш бармағас ризыҡҡа
Асыуы көртләй микән?
Бик ҡаты булып сыҡты
Күстәнәсем – сохарый.
Сәйләп сәйнәй өләсәй:
«Эйәгем, – ти, – их, арый.
Үҙемдең бал-ҡаймаҡҡа
Барыбер етмәй икән.
Уртты ла семтемәй, – ти, –
Телде лә өтмәй икән».
(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар