Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 16-04-2017, 07:07 | Категория: Яңылыҡтар / Мөғжизә иле-мәктәбем

Просмотров 980
"Аҡбуҙат"та баҫылған:03-2017
Рубрика:Яңылыҡтар / Мөғжизә иле-мәктәбем
Исеме:ИКЕНСЕ ӨЙӨБӨҘ
Автор:Флүрә ЗАКИРОВА
Район:
Ауыл:Өфө
Рәссам:

ИКЕНСЕ ӨЙӨБӨҘ

 

ИКЕНСЕ ӨЙӨБӨҘ
 
Шаҡша биҫтәһендә йәшәгән балалар һәм уларҙың ата-әсәләре оло байрамға йыйылды. Бөгөн уларҙың яратҡан мәктәптәренә, 122-се Башҡорт гимназияһына, 25 йәш тулды. Уҡыу йорто кескәйҙәр һәм үҫмерҙәр өсөн икенсе өй кеүек. Бында бит улар белемгә үрләй, ижади һәләттәрен үҫтерә.

ИКЕНСЕ ӨЙӨБӨҘ

Мәктәптә үҙенең эшен яратҡан, дәртле, рухлы уҡытыусылар эшләй. Улар уҡыусыларҙы ысын шәхестәр итеп үҫтереүгә бик күп көс һала. Башҡорт гимназияһы хатта 2014 йылда «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы мәктәбе» конкурсында лауреат була, ә 2016 йылда «Белемле ҡала» бәйгеһендә беренсе урын яулай. Уҡыу йортонда төрлө саралар уҙғарылып тора. Яңыраҡ Экология йылына арналған «Тәбиғәтте һаҡлайыҡ» сараһы үтте.
ИКЕНСЕ ӨЙӨБӨҘ 
Кисәлә балаларҙа тирә-яҡ мөхиткә ҡарата һаҡсыл ҡараш, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләнде. 2 А класының һәләтле уҡыусылары тасуири итеп шиғыр һөйләне, йырҙар йырланы, төрлө әҫәрҙәрҙе сәхнәләштерҙе.
122-се Башҡорт гимназияһы уҡыусылары һәм уҡытыусылары — «Аҡбуҙат»тың тоғро дуҫтары. Улар журналды яратып уҡый һәм һәр саҡ түҙемһеҙлек менән көтөп ала.
 
Флүрә ЗАКИРОВА,
Өфө ҡалаһы 122-се башҡорт гимназияһы китапханаһы мөдире.
 
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар