Әсәйҙәргә бүләккә
Просмотров 1 006
Гөлфиә Юнысова һүҙҙәре,
Альбина Имаева көйө.
Әсәйҙәргә рәхмәт хисе
Тулған беҙҙең йөрәккә.Иң матур йырҙар йырлайбыҙ
Беҙ уларға бүләккә.
Яҙғы тәбиғәт ҡушыла
Беҙҙең изге теләккә.
Иң тәүге нәфис сәскәләр
Әсәйҙәргә бүләккә.
Һигеҙенсе март килде, тип,
Ҡоштар һайрай тирәктә.
Ҡоштар моңо, ҡояш нуры
Әсәйҙәргә бүләккә.
(голосов:0)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар