Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 9-02-2017, 08:11 | Категория: Журнал тураһында / Авторҙар

Просмотров 503
"Аҡбуҙат"та баҫылған:02-2017
Рубрика:Журнал тураһында / Авторҙар
Исеме:Ҡайтыу
Автор:Мәүлит Ямалетдинов
Район:
Ауыл:
Рәссам:Ирина Әхмәҙуллина
 

Бала сағым ҡалды минең
Ете диңгеҙ аръяғында,
Унда ҡайтам әкиәттең
«Ел-ел» тигән арбаһында.
Бала сағым тороп ҡалды
Ете бөгөл тау үрендә,
Унда етәм Аҡбуҙаттың
Алтын әпсен-эйәрендә.
Бала сағым һөрән һала
Ҡара урман араһынан,
Шул шырлыҡҡа юл ярҙыртам
Ҡуҙыйкүрпәс балтаһынан.
Бала сағым ҡулын болғай
Сал болоттар түбәһендә,
Унда барам Таҙ батырҙың
Оса торған келәмендә.
Һәр әкиәт үҙенсәләп
Балалыҡҡа алып ҡайта.
Сәйәхәттәр бушҡа түгел —
Әкиәткә байып ҡайтам.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар