Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 3-04-2017, 16:08 | Категория: Әкиәттәр / Хайуандар илендә / Ҡырағай йәнлектәр

Просмотров 849

Йофарҙың төшө ҡайҙа булған?

 

Артур ВАСИЛОВ
Йофарҙың төшө ҡайҙа булған?

Томанлы иртәлә ысыҡ тамсыларын эсә-эсә, Һороҡай исемле сысҡан ялан буйлап сәйәхәткә сыға. Ҡапыл үлән араһында мамыҡҡа оҡшаған әйбер күреп ҡала. Яҡыныраҡ барһа, аҡ болот һымаҡ күренә, үҙе төрлө төҫ һибеп ялтыраған да кеүек. Ҡурҡыныс янамағас, ҡыйыуланып китеп, алдына барып баҫа ла иғтибарлап ҡарай башлай. Башы, аяҡтары, оҙон ғына танауы ла бар һымаҡ, ә күҙҙәре йомоҡ. Бәлки, ул йоҡлайҙыр, тип уйлай Һороҡай. Уйлана-уйлана, йылға ярына барып еткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Ниндәйҙер ҡыштырлау уны һиҫкәндереп ебәрә. Томандан асылған яр ситендәге сытыр араһында ҡыуыш күренеп ҡала. Был ерҙәрҙе күптәнге дуҫы йофарҙың хужалығы икәнен белә ине Һороҡай. Бына үҙе лә күренә. Ҡайырҙан эшләнгән ишеген ҡыялап асҡан да ояһы эргәһендә танау аҫтынан ғына нимәлер мыңғырлап ултыра.
— Хәйерле иртә! — тигән Һороҡай.
— Бер ҙә хәйерле түгел, сәләм, — тигән кәйефһеҙ Йофарбай.
— Нимә булды? — тип аптыраған Һороҡай.
— Беләһеңме, ямғыр яуа башлағас, тыныс ҡына ял итергә инеп яттым, — тип ҡабалана-тотлоға һөйләй башлай
Йофарбай. — Мамыҡтай аҡ ҡына, болоттай йомшаҡ ҡына, йылтырап торған төш күреп йоҡлай инем. Ҡапыл дөбөр-шатыр килеп йәшен атмаһынмы...
Ҡурҡып уянып китеүем булды, төшөм дә ҡайҙалыр юғалды. Күпме генә йоҡларға тырышһам да, кире килмәне. Ул башҡа миңә инмәҫ инде, тип ҡайғырып ултырам.
Дуҫы һөйләгәндә Һороҡай ҙа үҙенең күргән төштәрен уйлап ултыра, тик береһе генә лә иҫенә төшмәй. Ә үҙе Йофарбайҙы күҙәтә. Теге ауыр итеп көрһөнгән һайын уның томшоҡ мороно йә уңға, йә һулға тәгәрәп төшә. Был килбәтһеҙ оҙон танауҙы тиҙ генә онотормон тимә. Шунан, ҡапыл нимәлер иҫенә төшкәндәй, мут ҡына йылмайып:
— Йә, дуҫҡайым, һин ятып йоҡларға тырыш, ә мин һиңә ярҙам итеп ҡарайым, — тип китеп тә юғала.
— Нисек йоҡлайым? Һин ҡайҙа?.. — тип Йофарбай ояһына инеп китә.
Ә сысҡан иһә, юлда осраған теге аҡ әйберҙең дуҫының төшө икәнен аңлап, шул яҡҡа табан елдерә. "Ваҡ сәскәләр, ағас ботағы, юҡ-юҡ... был яҡта түгел. Көтөүсе муҡсайы, кейәү үләне, бейек үләндәр, эйе, ошо — дөрөҫ юл”, — тип һөйләнә ул.
— Бына ул, таптым!
Ә Төш иһә, үлән ҡосаҡлап, һаман да йоҡлай икән. Һороҡай үләнде тешләп өҙә лә ипләп кенә тегене
Йофарбайҙың ояһына табан шыуҙыра башлай. Йоҡосо ҡәнәғәтһеҙлек белдерһә лә, үләнгә тотонған килеш бәрелә-һуғыла һөйрәлә бара. Бына ҡыуыш та күренә.
Хужаһы бупылдап нимәлер һөйләнә.
— Күҙеңде йом да, төшөңдө уйла! — тип бойора Һороҡай дуҫына.
— Ярай, тырышырмын, — ти Йофарбай.
Һороҡай болот-төштө ипләп кенә үләндән ысҡындыра ла ишекте яба. Күпмелер ваҡыт уҙғас, ҡыуышты асып ҡарарға була. Унда Йофарбай йылмая-йылмая, төрлө төҫтәр менән йылҡылдап янып торған төштәр күреп, тын ғына йоҡлай ине.
Дуҫына ярҙам иткән Һороҡай күңелләнеп үҙ юлын дауам итә.

Зөбәйҙә ИСЛАМОВА тәржемәһе.
Һүҙлек:
Йофар — выхухоль (рус.). Ҡыҙыл Китапҡа ингән. 18-22 см
оҙонлоҡтағы, яр буйында ҡыуыш ҡороп йәшәүсе һыу йәнлеге.

Рәссам Артур ВАСИЛОВ
04-2017
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар