Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 21-04-2017, 16:00 | Категория: Авторҙар / Фәстереү

Просмотров 671
"Аҡбуҙат"та баҫылған:04-2017
Рубрика:Авторҙар / Фәстереү
Исеме:БАЛАЛАР ЯУАП БИРӘ
Автор:Юнир Салауатов
Район:
Ауыл:
Рәссам:Салауат ҒИЛӘЗЕТДИНОВ

БАЛАЛАР ЯУАП БИРӘ

Биш йәшлек Мусаға әсәһе ҡушыу, алыуҙарҙы өйрәткәс:
— Улым, бер ҡыярға тағын бер ҡыярҙы ҡушһаң, нисә ҡыяр була? — тип һораны.
Муса бер аҙ уйланып ултырҙы ла:
— Оҙон ҡыяр була,— тине.
 
* * *
Беренсе синыфты тамамлағас, Айгөлдө беҙ тағы ауылға һабантуй байрамын күрергә алып ҡайттыҡ:
— Йә, ҡыҙым, ат сабыштырыу оҡшанымы? — тип һораным.
— Юҡ.
— Ни эшләп?
— Биш йәшемдән алып хәтерләйем: ат сабыштырыуҙар гел бер төрлө, һис кенә лә яңылыҡ уйлап тапмайҙар. Йыл да бер ат алдан, икенсеһе арттан, ҡалғандары уртанан килә инде, — тине Айгөл ризаһыҙлыҡ менән.
* * *
Ейәнсәрем Айгөлдө яҙғы ташҡын ҡарарға Ағиҙел йылғаһына алып килдем. Бик оҙаҡ ҡына йылғаға ҡарап торғас, бик иҫе китмәй генә:
— Йылға һыуҙы күп эскән, — тине Айгөл.
 
БАЛАЛАР ЯУАП БИРӘ
* * *
Айгөлөбөҙгә ул саҡта ун йәш тирәһе ине. Аҙыҡ-түлеккә, фатирға, коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар күтәрелеү сәбәпле, ғаиләләге мөлкәтте, аҡсаны һаҡсыл тотоноу тураһында һөйләшеүҙе күп тыңланы, күп күрҙе. Һуңғы һөйләшеү крандан килгән һыу хаҡында барҙы. Айгөл беҙҙе тыңлап ултырҙы ла:
— Эйе, душ аҫтында, ванна тултырып йыуынғанда һыу күп китә. Олатай, өләсәй, әйҙәгеҙ, һеҙ йыуынғанда берегеҙ ултырғысҡа баҫып, сөбөрләтеп кенә
икенсегеҙгә ҡомғандан һыу һалып тороғоҙ. Минеңсә, бер кеше йыуыныр өсөн барлығы ике-өс ҡомған һыу етә, — тине Айгөл.
— Улай буламы ни инде?— тип ғәжәпләндек беҙ.
— Ниңә булмаһын, ауылда мунса ингәндә һыуҙы тасҡа әҙләп кенә һалабыҙ, тағын самалап ҡына бер-ике ҡомған һыу менән сайынабыҙ ҙа инде, — тине Айгөл, үҙенең фекерен иҫбатлап.
 
БАЛАЛАР ЯУАП БИРӘ
* * *
Үзбәкстандан Башҡортостанға ҡунаҡҡа килгән биш йәшлек Хәйҙәр иртән тороуға беренсе ҡар яуҙы. Ул тәҙрәнән урамға ҡараны ла:
— Әсәй, ҡара, урам тулы мамыҡ, — тип ғәжәпләнде.
 
БАЛАЛАР ЯУАП БИРӘ
* * *
Төшкө ашҡа әрсеп уртаға ярылған картуф бешерелде.
— Быйыл ҡыш бик һалҡын булды, хатта баҙҙағы картуфтар ҙа өшөгән, — тинем мин. — Шәрбәтләнгән.
Ейәнем Муса, ейәнсәрем Айгөл ашай башлағас та, картуфтан шәрбәт тәме килеүен тойҙо.
— Олатай, картуфты шәкәр урынына сәйгә һалабыҙ ҙа эсәбеҙ, — тип, алты йәшлек Мусабыҙ сынаяғына береһен һалып та ҡуйҙы.
 
(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар