Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 4-06-2017, 14:01 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Бишек йырҙары

Просмотров 936
"Аҡбуҙат"та баҫылған:06-2017
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Бишек йырҙары
Исеме:Бишек йыры
Автор:Миңлегөл ТАЙСИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Әлфиә ШАФИҠОВА

Бишек йыры

Миңлегөл ТАЙСИНА

 

Йоҡла, йоҡла, йом күҙеңде,
Балаҡайым, балғынам.
Күҙҙәремдең нурғынаһы,
Йөрәгемә ялғынам!
Әлли-бәү-бәү итәйек,
Йоҡлап ҡына китәйек!
Бәпесем, бәпәйгенәм һин,
Шатлығым, ҡыуанысым,
Болоҡһоған мәлдәремдә —
Күңелем йыуанысы!
Әлли-бәү-бәү итәйек,
Йоҡлап ҡына китәйек!
Булмышыма — биҙәккәйем,
Ҡупшыҡай ҡурсаҡҡайым,
Ҡулдарымда зыр әйләнеп
Бейегән орсоҡҡайым,
Әлли-бәү-бәү итәйек,
Йоҡлап ҡына китәйек!
Татлынан да татлыраҡһың,
Емешем-тәмлекәсем,
Бәхетле генә була күр,
Ҡәҙерлем, бәләкәсем!
Әлли-бәү-бәү итәйек,
Йоҡлап ҡына китәйек!

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар