Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-07-2017, 18:44 | Категория: Авторҙар / Йәй / Минең ғаиләм

Просмотров 670
"Аҡбуҙат"та баҫылған:07-2017
Рубрика:Авторҙар / Йәй / Минең ғаиләм
Исеме:Ҡалтай менән Балтай мәрәкәләре
Автор:Әсхәл ӘХМӘТ-ХУЖА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Сулпан Билалова
Әсхәл ӘХМӘТ-ХУЖА

Ҡалтай менән Балтай мәрәкәләре

Ҡалтай менән Балтай мәрәкәләре

 
 
Буйы етмәй
— Күлдәгеңде йыуҙым бына,
Бар, ҡояшҡа эл, улым!
... Күлдәк тотоп Балтай инә:
— Ҡояшҡа етмәй буйым!
 
Балтай әсәһенә һөйләй
— Алмала витамин күп, тип
Әйткәйнең...
Тәҡәт ҡалманы:
Турап сыҡтым,
Ҡарап сыҡтым
Тулы бер табаҡ алманы —
Исмаһам, һыңар бөртөк тә
Витамин таба алманым!
 
Ҡалтай еләк йыя
— Еләкте һин ниңә улай
Әҙ йыйҙың, балам?
— Бер ыңғайҙан бәшмәк тә бит
Мин йыйып барам!
— Ә ҡайҙа һуң бәшмәктәрең,
Әйтсе, аппағым?
— Әле тапманым.
 
Cисергә өлгөрмәгән
Әсәһе:
— Ҡай арала ыштаныңды
Бысрата һалдың?
Балтай:
— Сыҡҡас та тайып йығылдым —
Ыштанымды сисергә лә
Өлгөрмәй ҡалдым!
 
Сәй эскәндә
Әсәһе:
— Артыҡ ҡайнар булды сәйең:
Өрөп эс, түгелмәһә...
Балтай:
— Һуң, сәйҙе өрөп эсергә
Мин көсөк түгел дәһә!
 
Ҡалтай аптырай
— Әсәй! Себеш сыға ҡайҙан?
— Йомортҡанан.
— Улай икән...
Ә унда ул ҡалай ингән?
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар