Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 8-10-2017, 09:53 | Категория: Алтын бишек / Хайуандар илендә

Просмотров 711
"Аҡбуҙат"та баҫылған:08-2017
Рубрика:Алтын бишек / Хайуандар илендә
Исеме:ЙЫЛАН БАЛАҺЫ
Автор:Зөлфиә СӘЛИХОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя ҠӘЙҮМОВА

ЙЫЛАН БАЛАҺЫ

(Парса)
Беҙҙең кәртә артында ғына — ҡуйы әрәмәлек. Әрәмәле урындар, ғәҙәттә, һаҙмат була. Ундай урынды тәлмәрйен, әрмәнде, йыландар төйәк итеүсән. Ә минең иң ҡурҡҡаным — йылан. Бәләкәйме ул, ҙурмы, ағыулымы, әллә зыянһыҙмы — барыһынан да берҙәй ҡурҡам. Шуға күрә, бесәнгә, еләккә барыр булһаҡ, оҙон ҡуңыслы итегемде кейә һалып алам. Барыбер тыныс күңел менән йөрөй алмайым — үлән араһында ҡыштырлаған, йыбырлаған һәр нәмәнән өркәк тай һымаҡ тертелдәйем. Ә инде йылан- фәлән күреп ҡалһам — бөттө баш! Йөрәгем урынынан ҡуба, ҡаса һалам ул ерҙән.
Шулай ҙа бер ваҡыт, ҡурҡыуымды онотоп, йылан күҙәтеп торорға тура килде. Әлеге әрәмәлектә булды ул хәл. Ҡустым тау үҙәненән ағып төшкән бәләкәй шишмәне, таштар менән быуып, улаҡ ҡуйып, һыу алырға сөбөрҙәк эшләп ҡуйғайны. Бер ҡара йылан балаһы донъяһын онотоп уйнай ине ана шунда. Нисек тиһегеҙме? Улаҡтан һыу менән ҡуша ағып төшөп. Һыуға тып итеп килеп төшә лә, быуылған таштар араһынан йәнтәслим кире өҫкә үрмәләй. Һәм тағы, тағы... Арымай ҙа, ялҡмай ҙа был шөғөлөнән. Ҡыуана-ҡыуана йөҙә, шөңгөй, сума. Хатта эргәһендә мин торғанды ла һиҙмәне.
Бала ҡайҙа ла бала инде — кешенеке лә, башҡа йән эйәләренеке лә. Тәүҙә барыһы ла эскерһеҙ, ғәмһеҙ булалар, ә ҙурая килә холоҡ-фиғелдәре үҙгәрә. Әлеге йылан балаһы ла зәһәр ағыулы йыланға әүерелер бер саҡ.

ЙЫЛАН БАЛАҺЫ

Зөлфиә СӘЛИХОВА

Рәссам Майя ҠӘЙҮМОВА

Билдәләнгән һүҙҙәр нимәне аңлата?
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар