Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 16-12-2017, 08:58 | Категория: Бәпембә / Шиғырҙар

Просмотров 682
"Аҡбуҙат"та баҫылған:10-2017
Рубрика:Бәпембә / Шиғырҙар
Исеме:Көҙгө бәлеш
Автор:Лилиә Һаҡмар
Район:
Ауыл:
Рәссам:Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА

Көҙгө бәлеш

«Лас-лос» килә бит итегем,

Йәбешеп батҡаҡ ергә...

Аҡтырнаҡҡа тәмле бәлеш

Хәҙер бешереп бирәм.

Әсәй кеүек ҡамыр баҫам —

Ҡамырым — ҡара тупраҡ,

Һары, ҡыҙыл япраҡтарҙан

Эслеген һалам турап…

Әсәй ҙә бәлеш бешергән —

Уй тәмлекәс, аҡ ҡына —

Бер киҫәкте «ялп» иттергәс,

Туйҙы, буғай, Аҡтырнаҡ!

Әсәйҙеке иртә беште

Теүәл ярты сәғәткә.

Шуға минең бәлешемде

Ҡараманы тәмләп тә.

Лилиә Һаҡмар

Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар