Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 30-11-2017, 11:50 | Категория: Конкурстар / Бәпембә-2017 / Яңылыҡтар

Просмотров 823
"Аҡбуҙат"та баҫылған:11-2017
Рубрика:Конкурстар / Бәпембә-2017 / Яңылыҡтар
Исеме:Хуш килдең, «Бәпембә»!
Автор:Миңлегөл ТАЙСИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Хуш килдең, «Бәпембә»!

Хуш килдең, «Бәпембә»!

Бар тирә-яҡты мамыҡ ҡарҙарға мансып, тәбиғәткә аҡлыҡ-паклыҡ өҫтәп, еребеҙгә «Бәпембә» III Республика балалар шиғриәте фестивале лә аяҡ баҫты.

Был көндө Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры үҙенең күркәм залында «Аҡбуҙат» журналын яратып уҡыған, сәскәләй

кейенеп, күбәләктәй талпынышып торған кескәйҙәрҙе ҡабул итте.

Фестивалдә республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән килгән, Фәүзиә Рәхимғолова исемендәге шиғриәт конкурсында 2016 һәм

2017 йылдарҙа еңеүсе балалар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, ата- әсәләр, яҙыусылар, оло ҡунаҡтар, бағыусылар, ярҙам күрһәткән ойошмалар ҡатнашты.

Фәүзиә Рәхимғолова шиғырҙарын яттан һөйләү видеоконкурсында балалар баҡсаһына йөрөүсе бәләкәстәр Хуш килдең, «Бәпембә»! төрлө номинацияларҙа еңеү яуланы. Шағирәнең йылылыҡ бөркөп торған шиғырҙарын бик тырышып ятлаған бит улар. Ә инде шиғыр яҙыусы балалар «Алтын бишек», «Изгелек», «Хыял» номинацияларында көс һынашты.

Фестиваль дәртле йыр-бейеүҙәр, уйындар менән үрелеп барҙы. Еңеүселәрҙе республикабыҙҙа танылған шәхестәр ҡотланы, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Ниһайәт, «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт Йорто генераль директоры Венера Миҙхәт ҡыҙы Хәкимова, серле конвертты асып, Гран-при яулаусыны иғлан итте. Иң төп бүләккә лайыҡ булыусы ҡыҙ — Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы Айгөл Сөләймәнова икән! «Бәпембә» шиғриәт фестивалендә ул йыл һайын ҡатнаша. «Аҡбуҙат»тың күптәнге тоғро дуҫы ла!

«Аҡбуҙат» журналы баш мөхәррире Тамара Искәндәриә-Юлдашева, сараны йомғаҡлап, былай тине:

— Бәпембә орлоҡтары һымаҡ, изгелек, миһырбан, шиғриәткә һөйөү, халҡыбыҙҙы яратыу хистәре йыраҡҡа-йыраҡҡа осһон! Дуҫтарыбыҙ күп булһын!

Бәпембә һауаға нисек һибелһә, шиғри күңелле кескәй балалар ҙа республикабыҙ буйлап шулай таралды. Киләсәктә уларҙың билдәле шәхестәр булып үҫеп етеүҙәренә иманыбыҙ камил!

Миңлегөл ТАЙСИНА.

 

Хуш килдең, «Бәпембә»!

 


 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар