Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 16-12-2017, 14:25 | Категория: Яңы йыл / Ҡыш / Йыл миҙгелдәре

Просмотров 671
"Аҡбуҙат"та баҫылған:11-2017
Рубрика:Яңы йыл / Ҡыш / Йыл миҙгелдәре
Исеме:Серле йоҙаҡ
Автор:Фәйрүзә ФӘТҠУЛЛИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Азамат ҒАРИПОВ

Серле йоҙаҡ

Ҡатнашалар: алып барыусылар, Ҡарһылыу, Ҡыш бабай, Ҡарағолаҡ, байрамға йыйылған балалар.

(Сәхнәлә биҙәлгән шыршы ултыра. Стена уртаһында ҙур экран эленгән. Унда ҙур йоҙаҡ тора. Яңы йыл көйө башланғас, алып

барыусылар сыға.)

1-се алып барыусы. Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар, малайҙар! Байрамға йыйылғанһығыҙ, ә кемде көтәһегеҙ?

2-се алып барыусы. Кемде булһын — Ҡарһылыу менән Ҡыш бабайҙы инде!

(Сәхнәгә Ҡарһылыу инә.)

Ҡарһылыу. Мин бында-а-а! Тик Ҡыш бабай Ҡарағолаҡһыҙ килә алмай. Ә ул серле йоҙаҡ менән бикләнгән.

1-се алып барыусы. Уны ҡотҡарыу өсөн ни эшләргә кәрәк?

Ҡарһылыу. Кем бикләгән — һорауҙар ҡалдырған. Шуларға дөрөҫ яуап бирһәгеҙ, серле йоҙаҡ асыласаҡ.

2-се алып барыусы. Әйҙәгеҙ, тиҙерәк башлайыҡ, Яңы йыл яҡынлашып килә!

1-се алып барыусы. (Балаларға ҡарап) Йә, ҡыҙҙар-малайҙар, ярҙам итәйексе, белемегеҙҙе лә тикшереп ҡарайыҡ. Тиҙ генә ике

командаға бүленегеҙ! Еңеүселәргә Ҡыш бабай бүләк әҙерләгән, тиҙәр.

Ҡарһылыу. Эйе-эйе. Юлға сыҡҡанда үҙем тоғона һалыштым. Ярай, уйынды башлайыҡ. Был һүҙ алты хәрефтән тора. Беренсе

һорауҙы тыңлағыҙ:

Ағас ҡына ҡоралы,

Зың-зың итә ҡылдары.

Уңған, матур һылыуҙың

Оҫта уға ҡулдары.

(Роза Ғәббәсова)

2-се алып барыусы. Кем тиҙерәк яуабын табыр?

1-се алып барыусы. Яуап дөрөҫ булһа – экранда һүҙҙең беренсе хәрефе янасаҡ.

(Әгәр яуабын белмәһәләр, икенсе йомаҡты тәҡдим итә.) Улайһа, икенсе йомаҡ: Эйәре үҙендә – атлан да кит.

(Балалар думбыра йә дөйә тип әйтһәләр, экранда Д хәрефе яна.)

2-се алып барыусы. Ур-ра! Беренсе хәреф булды. Тиҙерәк икенсе һорауҙы ишетәйек.

Ҡарһылыу.

Өҫтәлендә журналы,

Үҙе матур аңлата.

Иғтибарлы һәр кемгә,

Балаларҙы ярата.

1-се алып барыусы. Әүҙемерәк булайыҡ! Йә, ҡайһы команда көслөрәк икән?

(«Уҡытыусы!» тигән яуап ишелә һәм экранда икенсе У хәрефе яна.)

Ҡарһылыу. Һай, афариндар! Улайһа, өсөнсө йомаҡты сисәйек.

Һыуҙа юҡ, баҫмала бар,

Ҡайында юҡ, уҫаҡта бар – ул ниндәй хәреф булыр, дуҫтарым?

2-се алып барыусы. Мин беләм, ә һеҙ?

(Залдағы балалар әйтә алмаһа, 1- се алып барыусы «Ҫ хәрефе», ти. Өсөнсө хәреф тә яна.)

Ҡарһылыу. Бына ниндәй аҡыллыһығыҙ!

Һүҙҙең ҡап уртаһына еттек.

Ә бына дүртенсе һорау Ҡарағолаҡтың затына бәйле.

Йыһанға тәү тапҡыр осоп, ергә иҫән әйләнеп ҡайтҡан герой эттең исемен әйтегеҙ!

(Яуапты белмәһәләр, алып барыусылар ярҙамға килә. Белка,Стрелка… әммә дөрөҫ яуап — Лайка)

Ҡарһылыу. Дөрөҫ! Уйын ҡыҙыу бара, тағы ике һорау ҡалды. Тиҙҙән йоҙаҡ асыласаҡ. Был йомаҡ тәбиғәткә бәйле.

Йәйҙе иҫкә төшөрәйек:

Аҡ мунсағым асылды,

Эсенән ебәк сәселде.

Алып барыусылар. (Ишаралап күк йөҙөн, ерҙе күрһәтеп ҡарайҙар)

Ярай, үҙебеҙ әйтәйек тә бүләкте алырбыҙ.

Ҡарһылыу. Юҡ инде, ике команда ла күпме тырышты! Хәҙер экран янасаҡ.

Әйттем бит, беләләр, тип.

(Ҡапыл ат тояҡтары, ҡыңғырау тауышы ишетелә.)

Алып барыусылар. Әһә, серле йоҙаҡ асыла башланы шикелле. Бер генә хәреф ҡалды, йә, Ҡарһылыу, әйтә һал!

Ҡарһылыу.

Ҡар-бурандар уйнатып,

Яңы йыл килә.

Ярһыу ат егеп санаға

… …. – кем елә?

(А. Йәғәфәрова)

Ике команда ла: «Ҡыш бабай!» – тип ҡысҡыра. Экранда йоҙаҡ ысҡына, «ДУҪЛЫҠ «һүҙе яҙыла.

Алып барыусылар. Ысынлап, был һүҙ серле икән – бөтә кәртәләрҙе лә еңеп сыҡты! Йоҙаҡ та асылды.

Ҡарһылыу. Ә хәҙер бергәләшеп Ҡыш бабай менән Ҡарағолаҡты саҡырайыҡ.

Ҡыш бабай, Ҡыш бабай,

Һин бит шуҡ бабай,

Һағындыҡ һине —

Көттөрмә улай.

Йыл хужаһы – Ҡарағолаҡ,

Һәр саҡ булһын һаҡ ҡолаҡ.

Еребеҙ сәскә атһын,

Гөрләп торһон баласаҡ!

Шыршыла ут тоҡана. Яңы йыл көйө яңғырай. Ишек асыла. Ҡыш бабай менән Ҡарағолаҡ инә. Балалар сәпәкәйләп ҡаршы ала. Ҡыш бабай еңеүсе командаға уйынсыҡ эт бүләк итә. Йыр-бейеүҙәр башлана.

ШАРШАУ.

Серле йоҙаҡ

 

Фәйрүзә ФӘТҠУЛЛИНА

Рәссам Азамат ҒАРИПОВ
11-2017
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар