Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 4-01-2018, 07:16 | Категория: Хайуандар илендә / Ҡоштар

Просмотров 615
"Аҡбуҙат"та баҫылған:12-2017
Рубрика:Хайуандар илендә / Ҡоштар
Исеме:Күңел йылыһы
Автор:Урал ҠОЛОШЕВ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Урал ҠОЛОШЕВ

 Хикмәтле хикәйә

Бер заман ике ҡошсоҡ осрашҡан: береһе төнъяҡтан көнъяҡҡа осоп барған булған, икенсеһе — көнъяҡтан төнъяҡҡа. Быларҙың икеһе лә тәүлектәр буйы юлда булғанлыҡтан, бик ныҡ арығандар икән. Шуға күрә лә, ял итергә тип, икеһе лә бер үк ағастың бер үк ботағына ҡунғандар. Күпмелер тын алғас,төнъяҡтан көнъяҡҡа осоп барған ҡошсоҡ һорай ҡуйған:
 — Йә, унда, көнъяҡта, тормош нисек? Йылымы, әллә беҙҙең яҡтағы кеүек үк, һыуыҡмы? Ем бармы? Күрше-тирә һәйбәтме? Көнъяҡтан төнъяҡҡа осоп барғаны былай тигән:
 — Көнъяҡ — көнъяҡ инде ул,унда бөтәһе лә бер: ем дә етерлек,ғөмүмән,барыһы ла бына тигән!
 Беренсе ҡошсоҡ, аптырашта ҡалып:
 — Улай булғас, һин ни эшләп төнъяҡҡа китеп бараһың һуң? — тигән. — Унда бит һыуыҡ,ем табыуы ла ауыр,күрше-тирә лә уҫал,аралар ҙа һалҡын көн кеүек — улар менән бергә йәшәүҙәре бик ҡыйын. Бәлки, һуң булмаҫ борон һиңә кире боролорға кәрәктер?
 Ләкин көнъяҡтан осоп килгәне:
 — Юҡ инде, дуҫ, — тип яуап биргән, ти. — Һин мине йәлләгәнһең икән, тимәк, һинең йөрәгең мәрхәмәтле, күңелең дә саф, изгелекле. Бына шундай күңел йылыһы эҙләп ҡайтып киләм мин...
 Ҡошсоҡ күккә күтәрелгән дә ҡотопҡа ҡарай осҡан, ти.
 

Урал ҠОЛОШЕВ

Автор һүрәте  
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар