Башҡортостан/Рәсимә УРАҠСИНА
Баҫылды : 11-09-2013, 10:10 | Категория: Алтын бишек / Тыуған илем
Просмотров 1 931
Башҡортостан – баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.
Тәпәй баҫҡан тупрағым,
Тәгәрәп үҫкән ҡырҙарым,
Һыуһынымды ҡандырған
Тәмле–татлы һыуҙарым.
Башҡортостан – баш илем,
Һиндә асылды телем.
Һинең йылы ҡосағыңда
Шатланып алам белем.
(голосов:3)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар