Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-07-2018, 16:39 | Категория: Хаттар / Яңылыҡтар / Фотолар

Просмотров 695
"Аҡбуҙат"та баҫылған:07-2018
Рубрика:Хаттар / Яңылыҡтар / Фотолар
Исеме:Питерҙар башҡортса бейей!
Автор:
Район:Санкт-Петербург
Ауыл:
Рәссам:
Питерҙар башҡортса бейей!


“Ә хәҙер Алина Йәһүҙина “Бөрйән ҡыҙы” бейеүен башҡара”, – тип иғлан итте Дауыт Юлтый тормошона арналған кисәне алып барыусы Наилә Таң ҡыҙы Юлтыева. Бына ҡыҙыҡай башҡорт һылыуҙарына ғына хас талғын хәрәкәттәр яһап, өйөрөлөп бейей. Санкт-Петербург уртаһындағы зал алҡыштарға күмелә.

Нева ярындағы баш ҡалала йәшәй Алина. Быйыл беренсе класҡа уҡырға бара. Атаһы Урал менән әсәһе Нурания – Башҡортостандың Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылынан. Йәй көнө ҡыҙыҡай ата-әсәһе, кесе туғаны менән Самат ҡартатаһы һәм Нурия өләсәһе тарбаевтар янына ҡайта. Һаҡмарҙа һыу инә, яңы бейеүҙәр өйрәнә.

Санкт-Петербург башҡорттары мәҙәни үҙәген Люция Ғафар ҡыҙы Бүкәнова етәкләй. “Ирәндек” башҡорт фольклор ансамблен белмәгән кеше аҙҙыр ул Питерҙа! Утыҙ йылдан ашыу инде ул яҡташтарҙы берләштереп тора. Унда Алинаның дуҫтары – Ансар Бүләков, Толя Малышев, Батыр Әхмәров, Динә һәм Камила Мөхәмәтғәлиналар сәхнә серҙәрен
өйрәнә. Әйткәндәй, Ансар Бүләков яңы ғына Йылайыр районында ҡурайсылар конкурсында “Иң йәш ҡурайсы” призын алып ҡайтты!
Афарин, йәш Питер башҡорттары!

07-2018
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар