Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-07-2018, 16:42 | Категория: Авторҙар / Туған тел / Минең әлифбам

Просмотров 635
Түңәрәккә тороусыға туп тейҙерешеү тураһында

Түңәрәккә тороусыға туп тейҙерешеү тураһында

Тротуарға төшөрөлгән
Түңәрәк.
Теҙелгәндәр түңәрәкте
Тирәләп
Тәтәй төҫлө туптар тотҡан
Тәнәйҙәр –
Түңәрәккә туп ташларға
Теләйҙәр:
«Түңәрәк, түңәрәк...
Түңәрәктә Тимур торһон
Түрҙәрәк!
Теймә, тупҡай,
Теймә, ташҡа,
Теймә тимер-томорға,
Тей тиҙерәк,
Тей тиҙерәк,
Тейсе, тупҡай, Тимурға!»
Туптар теймәй,
Туптар теймәй,
Туптар теймәй Тимурға...
Тинтәк түгел Тимурыбыҙ –
Тубығына,
Теҙҙәренә,
Түбәһенә,
Түшенә,
Табанына,
Терһәгенә,
Тамағына,
Тешенә...
Туп тейҙереп торорға!
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар