Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-07-2018, 16:54 | Категория: Минең ғаиләм / Хайуандар илендә

Просмотров 557
"Аҡбуҙат"та баҫылған:07-2018
Рубрика:Минең ғаиләм / Хайуандар илендә
Исеме:Бәләкәскәй
Автор:Артур ВАСИЛОВ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Артур ВАСИЛОВ
Бәләкәскәй

Бәләкәскәй

(Хикәйә)

Ҡулдарын болғай-болғай, тәрбиәселәр менән һаубуллашып, Мәрйәм әсәһенә ҡаршы йүгерҙе. Атаһын да барып ҡосаҡланы ла машинала үҙ урынын алды. Тиҙерәк өйгә! Яратҡан йәнлектәре янына! Өләсәһе лә тәмлекәстәр бешереп көтәлер инде. Юл ыңғайы улар баҙарға ла инеп сығырға булды. Унда ҡыҙыҡайҙың иғтибарын аквариумдағы карптар йәлеп итте.
Яҡтыртылған лампалар аҫтында яй ғына йөҙгән балыҡтар,күбек уйната-уйната, әйтерһең дә, һөйләшәләр ине.
– Ниндәй матурҙар! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Мәрйәм. Янына ата-әсәһе лә килеп, ялтыр тәңкәле балыҡтарҙы күҙәтә башланы.
– Ҡарағыҙ әле, береһе миңә йылмайҙы! – тип сәпәкәйләне ҡыҙ.
Һатыусының: «Төрөргәме, ниндәйен һайланығыҙ?» – тигән һорауына Мәрйәм аптырап: «Нисек инде? Улар бит һыуһыҙ йәшәй алмай!» – тип яуапланы. Әсәһе лә һүҙгә ҡушылды: «Юҡ, рәхмәт, беҙ күҙәтәбеҙ генә». Атаһы: «Әйҙәгеҙ, ҡайтайыҡ инде!» – тип ҡабаландырған булды.
– Һау бул! – тип ҡул болғаны ҡыҙсыҡ яңы дуҫы – бәләкәскә.
Өйҙә ағаһы дәрес, өләсәй тәмлекәстәр әҙерләй. Бесәй рәхәтләнеп күстәнәсен ашай. Ә Мәрйәмдең башынан теге аквариумдағы карптар сыҡмай.
«Нишләйҙәр икән улар, баҙар бикләнеп, уттар һүнгәс?»
Шул көндән башлап ҡыҙсыҡ гелән әсәһе менән яңы дуҫы янына ашыҡты.
Барған һайын балыҡтар кәмей ине...
– Ҡайҙа була улар? – тип һораны ул бер көн әсәһенән.
– Кешеләр үҙҙәренә алып ҡайта.
Мәрйәм өйҙәге ваннала йөҙгән балыҡтарҙы күҙ алдына килтерҙе. Икенсе көн иртәнге аш ваҡытында ул: «Беҙ ҙә минең дуҫымды алып ҡайтырға тейешбеҙ!» – тине. Икенсе класта уҡыған ағаһы ла шатланып ризалашты. Атаһы:
«Уның бер үҙенә күңелһеҙ буласаҡ, һәр кемгә лә ғаилә кәрәк», – тине.
– Ә ҡайҙа һуң уның ғаиләһе? – тине Мәрйәм.
– Мин беләм! Улар йылғала йәшәй! – тип ҡысҡырҙы ағаһы.
– Урраа! Беҙ уны йылғаға ебәрәсәкбеҙ! – тип шатланды ҡыҙсыҡ.
Иртәгәһен улар күмәкләп баҙарға киттеләр. Мәрйәм аквариум янына ашыҡты. Һатыусы апай:
– Яңы карптар әле килмәгән, тик бер бәләкәсе генә ҡалды, – тине.
– Бына, ул бит минең дуҫым! – тип ҡысҡырып ебәрҙе ҡыҙсыҡ.
Был бәләкәй карптан тиҙерәк ҡотолорға тырышҡан һатыусы: «Төрөп бирәйемме?» – тип һораны.
– Юҡ! Беҙгә һыуға һалып бирегеҙ! – тине ҡыҙҙың атаһы.
Йылға буйына килеп, балыҡты йөҙҙөрөп ебәрҙеләр.
– Бына ул үҙ ғаиләһендә! – тип сәпәкәйләп шатланды барыһы ла.
Киске аш алдынан Мәрйәм һүрәт төшөрҙө. Унда дуҫы ғаиләһе менән сәй эсеп ултыра ине.
«Бәләкәскәй хәҙер өйөндә!» – тине ул, ҙур ҡәнәғәтлек кисереп.

07-2018
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар