Ямғыр тамсылары
Баҫылды : 1-08-2018, 17:42 | Категория: Йыл миҙгелдәре / Яҙ
Просмотров 489
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:08-2018
- Рубрика:Йыл миҙгелдәре / Яҙ
- Исеме:Ямғыр тамсылары
- Автор:Миңлегөл Тайсина
- Район:
- Ауыл:
- Рәссам:Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА

Ямғыр тамсылары/Миңлегөл Тайсина
Ямғыр яуа “тып” та “тып”,
Ерҙе дымландырам, тип.
Тамсылар төшә ергә,
Уйнайҙар бергә-бергә.

Сығып китеп үҙәнгә,
Һикерәләр үләнгә.
Йүгерешәләр ҡыҙып,
Сәскәләргә күҙ ҡыҫып.
Тамсыҡайҙар тыпылдап,
Һыу сәсрәтеп, тупылдап,
Шаярып, мәж киләләр,
Ҡыуанышып көләләр.
Тамсыларҙың көйөнә
Бар тәбиғәт һөйөнә!..
Кинәнә ерҙең өҫтө —
Бына бит һыуҙың көсө!..
08-2018
(голосов:0)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар