Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-08-2018, 17:43 | Категория: Алтын бишек / Минең ғаиләм

Просмотров 569
"Аҡбуҙат"та баҫылған:08-2018
Рубрика:Алтын бишек / Минең ғаиләм
Исеме:Өләсәйем гөлдәре
Автор:Миңлегөл Тайсина
Район:
Ауыл:
Рәссам:Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА
Өләсәйем гөлдәре

Өләсәйем гөлдәре/Миңлегөл Тайсина

Өләсәй гөлдәр үҫтерә
Тәҙрәләре төбөндә.
Әллә ҡайҙарҙан йыйған ул
Сәскәнең һәр төрөн дә.

Наҙлап ҡына һыуҙар һибә,
Йомшарта ул тупрағын.
Иркәләп, яратып ала
Гөлдәренең япрағын.

Яран гөлө — аҡ, ҡыҙылы,
Шәмәхәһе, һарыһы —
Өләсәй кеүек һөйөнөп,
Нурын ҡоя барыһы.

Ҙур үҫкәс, үҙем дә шулай
Үҫтерәм сәскә-гөлдәр.
Гөлдәр менән донъя матур,
Яҡтыраҡ була көндәр.

08-2018
Рәссам Ирина Әхмәҙуллина
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар