Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-11-2018, 20:55 | Категория: Яңылыҡтар / "Аҡбуҙат"ҡа бағышлана

Просмотров 2 077
"Аҡбуҙат"та баҫылған:11-2018
Рубрика:Яңылыҡтар / "Аҡбуҙат"ҡа бағышлана
Исеме:ИҢ ЯҠШЫ БАЛАЛАР БАҪМАҺЫ
Автор:Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:
ИҢ ЯҠШЫ БАЛАЛАР БАҪМАҺЫ
Йәш дуҫтарым!
Ҙур шатлығыбыҙ һеҙҙең менән уртаҡ булһын!
«Аҡбуҙат» журналы бөтә Рәсәйҙә милли телдәге иң яҡшы балалар баҫмаһы тип танылды!
Сочи ҡалаһында «Бөтөн Рәсәй» тигән журналистар форумы уҙҙы. Унда «Рәсәйҙең биш иң яҡшы милли баҫмаһы» конкурсында еңеүселәр ҙә бүләкләнде. Был ижади ярышта илебеҙҙең 19 төбәгенән 69 гәзит-журнал ҡатнашты.
Яҡуттар, сыуаштар, тывалар, удмурттар, чечендар, адыгейҙар әүҙемлек күрһәтте. «Иң яҡшы балалар баҫмаһы» призы иһә «Аҡбуҙат» журналына тапшырылды.
Ә ни өсөн бирҙеләр һуң был бүләкте? Журналыбыҙ , заманса алымдар ҡулланып, кескәйҙәрҙе башҡорт теленә, милли йолаларыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә ылыҡтыра. Матур, сағыу һүрәтле, ҡыҙыҡлы йөкмәткеле. Рәсәйҙәге милли матбуғаттың иң сағыу өлгөләренең береһе булыуын раҫланы ул!
Был еңеү – һеҙҙең дә еңеүегеҙ, бәләкәстәр! Шулай уҡ журналды балаларҙы тәрбиәләүҙә файҙаланыусы ата-әсәйҙәр, уҡытыусылар, тәрбиәселәр! Башҡортостаныбыҙ еңеүе был!
«Аҡбуҙат»ыбыҙ артабан да иң юғары үрҙәрҙә талпынһын!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар