Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-11-2018, 15:46 | Категория: Яңы йыл / Ҡыш / Хайуандар илендә / Педагог / Йыл миҙгелдәре

Просмотров 868
Яңы йылға хужа кәрәк
Яңы йылға хужа кәрәк

Ҡатнашалар:
Аҡбай, Ҡуянбәк, Иҫке йыл, Ҡабанбикә, Ҡарғабай, Ҡыш бабай, Төлкөсәй, Ҡарһылыу.

Сәхнәгә тылсымлы таяҡ тотҡан Аҡбай менән Иҫке йыл инә.

Аҡбай. Эх, йылым үтеп бара... Был тылсымлы таяҡты киләсәк яңы йылға тапшырырға тейешмен. Иҫке йыл, белмәйһеңме, кем буласаҡ?

Иҫке йыл. Хәҙер байрамға йыйылалар бит. Иң лайыҡлыһын һайларбыҙ. Ана йырлай ҙа башланылар түгелме?
(Яңы йыл тураһында йыр яңғырай. Аҡбай таяғын шыршыға элеп ҡуя. Унан икәүләшеп йыр ишетелгән яҡҡа сығалар. Ҡарғабай инә.)

Ҡарғабай (йырлай):
Иҫке йыл китеп бара, 
Ваҡыты бөтөп бара… Ҡар-р, ҡар-р.
(Тирә-яҡҡа ҡар һибә һәм шыршылағы таяҡты күреп ҡала.) Ә-һә, Аҡбай тылсымлы таяғын онотоп ҡалдырған. Бәлки, яңы йылға үҙемә хужа булып алырғалыр. Ниңә әтәс йылы бар, ә ҡарғаныҡы юҡ. Мин дә ҡош бит. (Хыялланып, ҡуҡырайып йөрөп ала). Туҡта, башта тикшереп ҡарайым әле, ысынлап тылсымлы микән? Миңә сы-ы р-р кә-рәк! (Шаршау артынан еп менән таяҡҡа бәйләнгән сыр күренә). О-һо! Былай булғас, йыл буйы туҡ буласаҡмын. 

Ялтыр кейемдәр кейеп алған Төлкөсәй инә. 

Төлкөсәй. Ҡарғабай, нимә ашайһың ул?

Ҡарғабай. Сыр-р!

Төлкөсәй. Ҡайҙан алдың? (Ҡарғабай таяҡҡа күрһәтә). Миңә лә биреп тор әле?

Ҡарғабай. Юҡ инде. Элек тә бер алдашып сырымды ашағайның. (Таяғын ауыҙына ҡабып ала).

Төлкөсәй (юхаланып). Теге яҡҡа Ҡыш бабай килгән, күстәнәстәр тарата…

Ҡарғабай. Та-ра-та -а! (Ауыҙынан таяғы, ҡулынан сыры төшөп китә. Шуны ғына көткән Төлкөсәй таяҡты алып ҡаса. Ҡарғабай артынан йүгерә).

Сәхнәгә Ҡуянбәк инә.

Ҡуянбәк (һамаҡлап):
Ҡар өҫтөндә йөрөй-йөрөй,
Аяғым тайыш булды.
Артҡа әйләнеп ҡарай,
Күҙҙәрем салыш булды…
Эх, байрам көндө Бүребай ғына осрамаһын. (Уны ишеткәндәй, Бүребай күренә).

Бүребай. Кем мине саҡыра?

Ҡуянбәк. Мин, мин, байрамдан буш ҡалып  ҡуймаһын, тим. (Үҙе ҡурҡышынан ҡалтырана).

Бүребай. Ҡурҡма! Иң ҙур байрамда бер кемде лә йәберләмәйем мин. Тик әйт әле, быйыл кемде хужа итергә уйлайҙар? Ҡолағың оҙон бит, ишеткәнһеңдер (ҡолағынан һыйпай). 

Ҡуянбәк. Иң тоғро, аҡыллы, батыр һәм ғәҙел хайуанды, тиҙәр.

Бүребай. Ба-а, бөтә сифаттар миңә генә тура килә түгелме һуң? Шулаймы?

Ҡуянбәк (ҡурҡып ҡына). Шу-шу-лай. (Биттәре, өҫтө бысранып бөткән Ҡабанбикә күренә).

Бүребай:
Ҡара, килә бынауы, 
Ҡоймаҡ кеүек танауы.
Ҡойроғо нәҙек, ҡыҫҡа,
Һимеҙ, бысраҡ бер… – ул кем булыр, Ҡуянбәк?

Ҡуянбәк. Сусҡа, әй, үҙебеҙҙең Тинлебикә, уй, Ҡабанбикәбеҙ ҙә баһа!

Бүребай. Тинлебикә, тиһеңме? Танауы тингә оҡшаһа ла, бер нимә лә һатып алып булмай. Был бит торғаны шү-рә-ле! Уф, байрамға килә күрмә тағы. Күҙемдән юғал!

Ҡабанбикә. Бысраҡ йөрөүҙең сере бар. Һин ерәнеп ашамаһын өсөн бысраҡҡа ятып-ятып аунайым. Тышым бысраҡ булһа ла, күңелем таҙа минең.

Ҡуянбәк (Бүребайҙан тиҙерәк ҡотолорға тырышып). Ҡабанбикә, әйҙә байрамға кейенеп киләйек. (Сығалар).

Бүребай. Китегеҙ-китегеҙ, ас булһам да ҡарамаҫ инем. Булмаһа, яңы йылды эҙләп киләйем.
Ул сығыуға Төлкөсәй инә.

Төлкөсәй. Ҡайҙа ғына был таяҡты йәшерәйем икән?(Шыршы аҫтына һала).

Шул саҡ сәхнәгә Иҫке йыл, Аҡбай, Бүребай, Ҡарғабай инәләр. Ҡарғабай Төлкөсәйгә ташлана.

Ҡарғабай. Бына ул алып ҡасты таяҡты! Ҡар-р, ҡар-раҡ!

Төлкөсәй. Алманым да, күрмәнем дә!

Бөтәһе. Унһыҙ Ҡыш бабайҙы ла, Яңы йылды ла саҡырып булмай. Ваҡыт аҙ ҡалды. Алһаң, бир!
Шул саҡ сәхнәгә Ҡуянбәк менән ап-аҡ күлдәк кейгән тап-таҙа Ҡабанбикә инә.

Төлкөсәй. Яңы йыл килмәй, имеш, ана бит Ҡарһылыу!

Аҡбай. Ҡарһылыу һиңә, Ҡабанбикә түгелме һуң?

Бүребай. Бәй, һин дә шулай матур була алаһыңмы ни?! (тотоп ҡарай, әммә Ҡабанбикә эре генә этеп ебәрә).

Иҫке йыл. Дуҫтар! Тылсым таяғын тиҙерәк эҙләйек эле. Әйҙәгеҙ, кем таба – шул йылға хужа булһын да ҡуйһын, тик
Төлкөсәй түгел!

(Бөтәһе лә эҙләргә тотона. Ҡабанбикә шыршы аҫтынан таяҡты табып ала.» Ура! Табылды!» - тип шатланышалар).
Аҡбай. Рәхмәт, Ҡабанбикә!

Юҡҡа ғына Тинлебикә лә тип әйтмәйҙәрҙер. Йылыбыҙ тыныс, тормошобоҙ бай, мул булһын! Йылдың хужаһы һин! (ҡотлайҙар).

Иҫке йыл. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, шыршыла уттар ҡабыҙып, Яңы йылды, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы саҡырайыҡ!

Бергәләшеп. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Яңы йыл! Яңы йыл тураһында йыр яңғырай, сәхнәгә көтөп алған ҡунаҡтар инә. Байрам
башлана. Ҡарһылыу ситтә торған Төлкөсәйҙе лә бейергә саҡыра.

Рәссам Азамат ҒАРИПОВ
11-2018
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар