Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 2-01-2019, 16:30 | Категория: Ҡыш / Йыл миҙгелдәре

Просмотров 470
"Аҡбуҙат"та баҫылған:12-2018
Рубрика:Ҡыш / Йыл миҙгелдәре
Исеме:Ҡыш
Автор:Рауил Бикбай
Район:
Ауыл:
Рәссам:Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА
Ҡыш

Ҡыш/Рауил Бикбай

Йылыбыҙ миҙгелдәренән
Иң оҙоно ҡыш була.
Яҙҙың, көҙҙөң берәр айы
Оҙон ҡышҡа ҡушыла.
Һыуыҡтары шартлай уның
Ноябрҙән мартҡаса.
Хатта йөнтәҫ тунлы айыу
Өңөнә инеп ҡаса.
Ҡыш бабай ужым баҫыуын
Ҡарҙар ябып йылытҡан.
Йәй ҙә тимәй, ҡыш та тимәй
Туҡ-туҡ килә тумыртҡа.
Уҡый белһәң, күпте һөйләй
Ап-аҡ китабы ҡыштың:
Аҡ ҡарҙарҙа эҙе ҡалған
Һәр кейектең, һәр ҡоштоң.
Ә малайҙар һыуыҡ тимәй
Саңғы шыуырға сыҡҡан.
Һыуыҡтан ҡурҡамы кеше,
Бәләкәстән сыныҡҡас?

Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА
12-2018
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар