Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 18-01-2019, 10:21 | Категория: Яңылыҡтар / Туған тел / Башҡорт телендә һөйләшәм

Просмотров 1 009

Ата–бабаларыбыҙҙың теле мәңге һүнмәҫ
Ғинуар айында 47-се моделле балалар китапханаһында йәш китап уҡыусылары өсөн башҡорт теленең тарихы буйынса «Ата- бабаларыбыҙҙың теле мәңге һүнмәҫ» тип аталған лингвистик- сәйәхәт уҙғарылды.
Сәйәхәт бик ҡыҙыҡлы туҡталыштарҙан торҙо. «Онамастик ҡалаһы» туҡталышында китапханасылар бәләкәс дуҫтарыбыҙға башҡорт исемдәре, фамилиялары тураһында, уларҙың килеп сығыу тарихын һөйләне. Ә инде “Диалект ҡасабаһы”на барып еткәс, Башҡортостандың һәр – бер районының үҙенә ҡағышлы диалектары, һөйләштәре бар икәнен асыҡланылар. Уҡыусылар ҡыҙыҡһынып тыңланы, ә ҡайһы берҙәренә был яңы асыш та булды.
Иң күңеллеһе «Тәмле тел ауылы» булды. Балалар бында башҡорт халыҡ әкиәттәренә күҙ йөрөтөп сыҡты, йомаҡтар систе, ҡыш миҙгелдәренә мәҡәлдәр уҡыны. Китап уҡыусыларына, килгән ҡунаҡтарға был сара бик оҡшаны.Ныҡ ҡыҙыҡһынғандары, китапхана эсендә , Айгөл Йәһүҙина етәкеселегендә эшләп килгән башҡорт теле түңәрәге”Тирмәкәй”гә яҙылдылар. Сәйәхәтебеҙҙе башҡорт балалар йырҙарын йырлап, төрлө башҡорт милли уйындарын уйнап тамамлап ҡуйҙыҡ.

Китапхана мөдире Любовь Оснач

01-2019

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар