Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 18-09-2013, 08:33 | Категория: Хайуандар илендә / Йорт ҡоштары

Просмотров 1 178
"Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2013
Рубрика:Хайуандар илендә / Йорт ҡоштары
Исеме:Ата ҡаҙ бейей
Автор:Фаҡиһа ТУҒЫҘБАЕВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя Ҡәйүмова
Ата ҡаҙ бейей /Фаҡиһа ТУҒЫҘБАЕВА


I
Ата ҡаҙ йырлай:
“Ҡа-ҡа-ҡа, — тиеп,—
Бәпкәләрем күп
Сыҡҡан, ҡа-ҡа-ҡа, —
Китә лу бейеп.—
Ҡаҙ үләненә
Улар һибелер,
Әсәкәйҙәре
Йырлар, һөйөнөр”.

Ата ҡаҙ бейей:
“Бәпескәйҙәрем
Тыңлаһын һәр саҡ
Әсәкәйҙәрен.
Эттән, ҡоштан да
Үҙем һаҡлармын,
Белһендәр көсөн
Аталарының”.

“Ҡа-ҡа-ҡа”, — тиеп
Йырлай ата ҡаҙ.
Уның йырында —
Ҡыуаныс, көс, наҙ.

II

Бигерәк уңған ата ҡаҙ
Ерҙе ҡаҙҙы, тырматты.
Эшен иртән башлағайны,
Тырматҡансы таң атты.

Йылы йомшаҡ тупраҡҡа
Сәсте бәпкә үләне,
Һыуһипкестән һыу һипкәндә
Изге теләк теләне:

“Бәпкәләрем үләнемде
Ашап үҫер, көс йыйыр,
Әсәләре ҡанатына
Улар бергә һыйыныр”.

Рәссам Майя Ҡәйүмова
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар