Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-01-2014, 21:22 | Категория: Авторҙар / Өфитәр кәңәштәре / Минең ғаиләм

Просмотров 1 341
"Аҡбуҙат"та баҫылған:01-2014
Рубрика:Авторҙар / Өфитәр кәңәштәре / Минең ғаиләм
Исеме:Йәшел ҡуян
Автор:Фәйрүзә Фәтҡуллина
Район:
Ауыл:
Рәссам:
 

 

Азалия бөгөн балалар баҡсаһына барманы. Иртән торһа, тәненә ҡыҙыл таптар сығып бөткән. Әсәһе өйгә табип саҡыртты. Аҡ халат кейгән врач апай ҡыҙҙың һыу сәсәге (ветрянка) менән сирләгәнен әйтте. Ҡысытҡан урынына йәшел дарыу һөртөргә ҡушты. Әсәһе табипты оҙатып өйгә инһә, ни күрһен! Ҡыҙы аҡ ҡуянын ҡыҙылға буяған.
- Ҡуяныма минең ауырыуым йоҡҡан, уға һыу сәскәһе сыҡҡан, - тине аҡланып ҡыҙ.
- Һыу сәскәһе түгел, ә һыу сәсәге, - тип көлдө әсәһе, ҡыҙының тәненә йәшел төҫтәге шыйыҡса (зеленка) һөртә-һөртә.
Азалия көҙгөлә үҙен күрҙе лә илап ебәрҙе:
- Хәҙер мине бер кем дә танымаясаҡ. Япраҡҡа оҡшап ҡалдым...
- Борсолма, йыуһаң бөтә бит ул! Аҙаҡ урыныңда йөйҙәр ҙә ҡалмаҫ. Шаҙра булғың килмәйҙер бит, - тигәс, ҡыҙ тынысланып ҡуйҙы. Унан, әсәһе икенсе бүлмәгә сығыу менән, ҡуянын да йәшелгә буяй һалды. Ҡуяндың да шаҙра булғыһы килмәҫ бит инде.
(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар