Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 2-01-2014, 21:29 | Категория: Авторҙар / Ҡыш / Әкиәттәр / Йыл миҙгелдәре

Просмотров 1 377
"Аҡбуҙат"та баҫылған:01-2014
Рубрика:Авторҙар / Ҡыш / Әкиәттәр / Йыл миҙгелдәре
Исеме:Микробтар
Автор:Хәлил Һөйөндөкөв
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя Ҡәйүмова

 

Борон-борон түгел, ә хәҙерге заманда бер ауылда йәшәй, ти, Фәрит исемле малай. Беренсе синыфта ғына уҡыһа ла, бик тырыш, ти. Яҡшы уҡый, спортты бик ярата, һәр саҡ таҙа йөрөй. 
Бер көн дуҫы Ансар менән кискә тиклем уйнанылар. Ул арып ҡайтып, иртә йоҡларға ятты. Йоҡоһонда бик тә сәйер төш күрҙе. ...Имеш, төрлө ауырыу тыуҙырыусы микробтар йыйылғандар ҙа:
- Әйҙә, Фәритте дөмбәҫләп алайыҡ. Күптән сирләгәне юҡ,-  тип һөйләшәләр, ти.
- Ул малайға һөжүм итеүҙән файҙа юҡ, -тине бәләкәс кенә бер талпан. - Ул һәр ваҡыт ҡулдарын һабынлап йыуа. Хатта уйынсыҡтары, портфеле, ручка, ҡәләмдәренә тиклем һөртөп тора. Таҙа ерҙә беҙ үрсей ҙә, үҫә лә алмайбыҙ.
- Эйе, эйе, спорт менән дуҫ булғас, тәне лә сыныҡҡан, - тип йөпләне уны грипп вирусы.
- Улайһа, уның дуҫы Ансарға барайыҡ. Тышта йөрөп инһә лә, ашар алдынан да ҡулын йыуырға иренә. Әйҙә, эсе ауыртһын, - тине ҡыуанып дизентерия таяҡсаһы.
- Ул, өҫтәүенә, ҡар ашай, боҙбармаҡтарҙы һурырға ярата. Вәт, исмаһам, кемде дөмбәҫләргә була! – тиештеләр ангина ауырыуын тыуҙырыусы стафилококтар ҙа.
- Киттек Ансарға! ...
"Уф” тип уянып китте Фәрит. "Дуҫыма ҡурҡыныс янай. Иҫкәртергә кәрәк уны!”
Тиҙерәк Ансар янына ашыҡты. Таҙалыҡҡа, спортҡа өндәйәсәк ул дуҫын...
(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар