Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 3-04-2014, 06:45 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Фәстереү

Просмотров 1 286
"Аҡбуҙат"та баҫылған:02-2014
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Фәстереү
Исеме:Һүҙҙе һүҙгә бәйләйбеҙ
Автор:Зөбәржәт АҠБУТИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Артур Василов

Туған телем — башҡорт теле

 

Һүҙҙе һүҙгә бәйләйбеҙ

 

 

 

— Сәләм, Илгиз! Уҡыуҙар нисек?

Тешем-тырнағым менән йәбешеп уҡыйым. Бөгөн яҙма эштән «5» билдәһе алдым. Түбәм күккә тейгәндәй булды. Ә һин?

 


 

— Ә мин, уҡытыусы ағай: «Дәресте биш бармағың кеүек белеү кәрәк» тигәс, көнө буйы ҡулыма текләп ултырҙым, — тип көйөндө Илшат. —Шунан әрләне-әрләне лә тартып-һуҙып «3» ҡуйҙы.

 

 

 

—Кисә әсәйемдең күрше инәйгә һөйләгән яңылыҡты ҡолаҡ сите менән ишетеп ҡалғайным: «Мине Илшат тишек кәмәгә ултыртты. Бер аяғың бында, икенсеһе тегендә булһын, тип, йомош ҡушҡайным, бәлеш ауыҙ,сыҡҡан да ни эшләргә белмәй илап торған», — тип һөйләне.

 

 


 

 

 

—Ә нимә ҡушҡайны һуң ул?

—Илһам ағайың менән еңгәйеңдең сәстәре сәскә бәйләнә икән, бар, һибергә ошо кәнфитте алып бар, - тине.

—Кәнфит? Сәстәренәме?

—Әлләсе…

 

Балалар! Ҡалын хәрефтәр менән яҙылған һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәһен әйтеп бирегеҙ.

Зөбәржәт АҠБУТИНА әҙерләне.

Рәссам Артур Василов.

 

 

 

 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар