Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 8-05-2014, 00:39 | Категория: Яңылыҡтар

Просмотров 1 027
"Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2014
Рубрика:Яңылыҡтар
Исеме:Мәктәп лидерҙары – кемдәр улар?
Автор:Лиана Вәлиуллина
Район:Салауат
Ауыл:
Рәссам:
Һәр йәмәғәт ойошмаларында, коллективта, бәләкәйме ул ҙурмы, эште башлап йөрөүсе, ойоштороусы лидер була. Ул үҙенең артынан кешеләрҙе эйәртә, яҡшы эштәргә дәртләндерә, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. Бындай лидерҙар мәктәптәрҙә, кластарҙа ла етерлек. 
Күптән түгел район мәғариф бүлеге, Балалар ижады йорто һәм "Шоңҡар” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы вәкилдәре бындай лидерҙарҙы һынап, уларҙың һәләттәрен асыу, бер-береһе менән дуҫлаштырыу маҡсатында "Мәктәп үҙида­ралығының йәш лидеры” тигән бик ҡыҙыҡлы конкурс уҙғарҙы.
 Бында 8 – 10-сы  кластарҙа белем алған мәктәптәрҙең ғорурлығы, йондоҙо булған 13 уҡыусы ярышты.
Конкурстың беренсе этабында балалар үҙҙәре менән таныштырһа, икенсеһендә күренекле шәхесте фотоһынан танып, уның турала һөйләп бирергә тейеш ине. "Лидер һәм уның командаһы” тигән һынау уйын рәүешендә үткәрелде. Бында уҡыусылар ике командаға бүленеп, үҙҙәренең ойоштороу, ижади таланттарын асып һалды. Ә  "Монолог” конкурсында балалар "Йәш булыу еңелме”? "Беҙҙе яҡты киләсәк көтә” кеүек тәҡдим ителгән темаларға ҡарата ҡараштарын, фекерҙәрен белдерҙе. Шулай уҡ һәр уҡыусы биографияһы яҙылған, грамоталары ҡуйылған, мәктәп үҙидаралыҡ ағзаһының эшмәкәрлеген сағылдырған материалдар һалынған портфолио һәм стена гәзите әҙерләгәйне. Жюри ағзалары уларҙы ла иғтибарға алып, тейешенсә баһаланы.
Был сараны бик йөк­мәт­келе итеп Ма­лаяҙ башҡорт гимназияһы уҡыусылары Аэлита Ғайсарова менән Айвар Емаев алып барҙы. Шулай уҡ Эделия Ғәлиева, "Йондоҙҙар” ансамбле, Розалина Шәмсет­динова конкурсты йыр-моң менән биҙәне.
Һөҙөмтәлә, конкурстың һәр этабына билдәләр ҡуйып, жюри бәйгенең еңеүсеһен билдәләне.
"Мәктәп үҙидаралығының йәш лидеры” тип Малаяҙ башҡорт гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы Батыр Тәҡиев танылды. Башҡалар ҙа унан ҡалышманы. Айнур Ситдиҡов (Лағыр) – I урын, Румия Абдуллина (Арҡауыл), Гүзәл Ибраһимова (Янғантау) –II урын, Ильяс Исмәғилев (Мәсетле), Айҙар Тажетдинов (Тирмән), Диана Хизбуллина (Мөрсәлим) III урын яуланы. Айгөл Сәғәҙиева (Миәшәгәр) "Лидер-эрудит”, Валерия Ҡорбанова  (Йыланыш)   "Илһам һәм ижад”, Алина Әхмәҙиева (Торналы) "Ижад һәм фантазия”, Илнар Зарипов (Әлкә) "Мәғлүмәт тиҙлеге лидеры”, Ләйсән Фассалова (Урмантау) "Фантазия осошо”, Ләйсән Әсфәндиәрова (1-се Малаяҙ мәктәбе уҡыусыһы) "Үҙенсәлекле фекерләү” номинацияһында еңеүсе булды. 
Конкурс һуңында һәр уҡыусыға Маҡтау грамоталары һәм китаптар тапшырылды.
 
Лиана Вәлиуллина.
(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар