Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 4-09-2013, 11:42 | Категория: Алтын бишек / Тыуған илем

Просмотров 1 633
"Аҡбуҙат"та баҫылған:
Рубрика:Алтын бишек / Тыуған илем
Исеме:Торатау
Автор:Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Глеб ГОЛУБЕВ
Торатау / Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
Торатау / Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
Торатау / Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
Борон-борон замандарҙа бында диңгеҙ йәйрәп ятҡан.

Диңгеҙ тулҡындары төрлө ҡабырсаҡтарҙан, әкәм-төкәмдәрҙән, мәрйендәрҙән тауҙар — шихандар барлыҡҡа килтергән. Күп дәүерҙәр үтеп, даръя кипкәс, үҙәндәрҙә йәшеллек күкрәп сәскә атҡан.

Шихандар дүртәү: Шәкетау, Ҡуштау, Йөрәктау һәм Торатау. Торатау — уларҙың иң үҙенсәлеклеһе. Был тауҙа Ҡыҙыл китапҡа ингән бик күп үҫемлек, мәҫәлән, ҡанүлән, һабын, елем үләндәре бар. Төрлө ҡош-ҡорт, кеҫәртке, күбәләк, сиңерткәләрҙең иһә күбеһе Ер шарының башҡа урындарында осрамай.11-11-20

Торатау — тәбиғәтебеҙҙең аҫыл биҙәге, тотош кешелектең мәҙәни байлығы. Бар донъяға билдәле Фудзияма йәки Килиманджаро тауҙарына оҡшаталар уны. Шихан тәбәшәк булһа ла, йәше күп тапҡырға олораҡ. Ер шарында иң бейек һаналған Һималай теҙмәләре — 50 миллион, ә Торатау 260 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән. Донъялағы иң тәүге тауҙарҙың береһе ул.

Боронғо башҡорттар ошо урман-туғайҙарҙа һунар итеп, емеш-еләк ашап көн иткән. Күҙ ҡараһы һымаҡ һаҡлағандар улар тыуған төйәген. Ә тауҙарҙы изге тип белгәндәр. Күп риүәйәттәр, легендалар был хаҡта һөйләй.

"Кинйәкәй бәйете"ндә бына нимә тиелә:

... Борон булған Торахан,

Хан йәшәгән бик тархан:

Сарҙаҡ ҡорған ҙур тауҙа,

Тирә-яҡҡа дан сәсеп,

Шунда ҡорған ҡышлау ҙа...

Хан бикәһе бик уңған,

Хоҙай биргән өс улан,

Өсөһө лә бәһлеүән,

Миҫле батыр арыҫлан:

Ишәй, Сәлих, Ҡарайған.

Хәҙерге заманда Торатауҙы уратып Ишәй, Сәлих, Ҡарайған ауылдары ултыра. Тоҡом-тоҡом булып таралған Торахан нәҫеле. Шуға ла Торатау — тарихи ҡомартҡы. Элек-электән бында Юрматы ырыуы башҡорттары йыйын үткәргән, ир-егеттәр ошонан яуға киткән. Унда әүлиәләр ҡәберлеге лә бар.

Торатау — изге урын, унан әле лә халыҡ өҙөлмәй.
(голосов:2)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар