Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-02-2012, 15:55 | Категория: Яңылыҡтар

Просмотров 1 428
"Аҡбуҙат"та баҫылған:01-2012
Рубрика:Яңылыҡтар
Исеме:
Автор:
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Һин Яңы йылдан тылсым көтәһең
Кескәй дуҫым!

Һин Яңы йылдан тылсым көтәһең. Сер итеп кенә әйтәм: уны беҙ, өлкәндәр ҙә, көтәбеҙ ул. Ҡыш бабайға ла ышанабыҙ. Юҡһа, ошо тиклем ҙур байрамдар үткәрер инекме ни?!

Мөғжизә һәр кемгә лә кәрәк. Әммә уның эргәбеҙҙә генә йәшәгәнен күрмәйбеҙ ҙә. Әйҙә, бер тәжрибә яһап ҡарайыҡ. Атайың йә әсәйең, ҡартатайың йә өләсәйең, ағайың йәки һеңлең янына бар ҙа, сәстәренән һыйпап: "Мин ныҡ яратам бит ул һине”, — тип әйт. Яҡын кешең ҡапыл иҫ киткес матурайып китер. Булдыҡлылығыңа, изге күңелеңә бөтәһе лә һоҡланыр. "Мөғжизә!” — тиерҙәр.

Яҡшы дуҫтар табыуыңды теләйем һиңә. Күңелең дәрт, илһам, үҙ-үҙеңә ышаныс менән тулһын. Ололоҡло, кеселекле бул. Башҡорт телен ярат, өйрән. Ул һинең хазинаң.

"Аҡбуҙат” былтыр: һәр һанда һиңә шатлыҡ килтерҙе. Быйыл да шулай буласаҡ. Ата-әсәйең менән бергәләп үҙ ҡулың менән сувенирҙар, китапсыҡтар яһап ал. Сайтыбыҙға ҡунаҡҡа кил. Ә беләһеңме, уға ай һайын Рәсәйҙән, сит илдәрҙән 3000-дән ашыу бала инә! Әйҙә аралаш, конкурстарҙа ҡатнаш.

Журналда тағы нимәләр күрергә теләр инең? Шуны яҙ. Бергәләп тылсымлы баласаҡ илендә сәйәхәт итәйек!



Тамара Искәндәриә,
баш мөхәррир.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар