Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 15-05-2014, 15:30 | Категория: Алтын бишек / Минең ғаиләм

Просмотров 864
"Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2014
Рубрика:Алтын бишек / Минең ғаиләм
Исеме:Ярҙамсы ҡыҙ
Автор:Фәнил КҮЗБӘКОВ
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Фәнил КҮЗБӘКОВ

 

Ярҙамсы ҡыҙ

(Хикәйә)

Зөлфиәгә өс йәш тулыр алдынан әсәһе дауахананан ҡусты алып ҡайтты. Ҡыҙ эй ҡыуанды, янынан китмәне. Үҙе бер туҡтауһыҙ тәтелдәне:

— Әсәй, ниңә ул бер нәмә лә белмәй – имергә генә белә! Ә ҡасан һөйләшә башлай?

— Әле бәләкәй бит әле.

— Ә мин ҡасан һөйләшә башланым?

— Һиңә һигеҙ ай тулғанда иң беренсе "Әт—тә” тип телең асылды.

Ҡыҙ әсәһенең бөтә иғтибары тик ҡустыһында икәнен ҡарап торҙо ла, үпкәләп, атаһы янына йүгерҙе.

— Атай, һөйлә әле, мин бәләкәй саҡта нисек инем?

— Һин бәләкәйҙән бигерәк аҡыллы булдың. Бер йәшең дә үк уйынсыҡтарыңды үҙең йыйҙың. Ҡурай тауышын ишетһәң, сәпәкәй итеп бейей, әкиәт батырҙарын яттан белә, ә ҡайһы саҡ көлдөрөп тә ала инең.

— Ә нисек итеп?

— Мин һине яратып: "Зөлфиә тәмле, ҡолағын ҡабайым әле!” тим, ә һин: "Юҡ, тәмле түгел!” тип яуаплайһың. Йә ултырғысҡа менеп баҫаһың да: "Ҡарағыҙ, мин ниндәй ҙур!” тип маҡтанаһың. Ә үҙеңә кәрәккәндә: "Мин бәләкәй ҙә инде – бәләкәй ҡалаҡ бирегеҙ, бәләкәй тәрилкә...” — тиһең.

— Атай, ә нисек миңә, ысынлап, тиҙерәк үҫергә? – ти ҡыҙ тағы иркәләнеп.

— Әсәйеңә ҡустыңды ҡарашырға ярҙам итһәң, үҫкәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалырһың.

Ҡыҙ, әсәһенә үпкәһен онотоп, балалар бүлмәһенә йүгерә:

— Бына ҡара! Мин ниндәй ҙур. Һин дә үҫерһең. Һиңә лә тыуған көнөңә матур күлдәк алып әпирерҙәр. Тыңлаһаң, әкиәт тә уҡырҙар...— тип мыжыған ҡустыһын бәүетә башлай.

— Күрәһеңме, ниндәй ярҙамсың бар. Инде минең кәрәгем дә булмаҫ инде, — ти атаһы шаяртып әсәһенә.

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар