Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 9-09-2014, 18:43 | Категория: Алтын бишек / Минең ғаиләм

Просмотров 928
"Аҡбуҙат"та баҫылған:09-2014
Рубрика:Алтын бишек / Минең ғаиләм
Исеме:СЕРЛЕ АЛМАЛАР
Автор:Зөбәйҙә Исламова
Район:
Ауыл:
Рәссам:

 

СЕРЛЕ АЛМАЛАР

(Хикәйә)

Фирҙәүсәнең бөгөн әллә ни кәйефе төшөнкө. Әсәһенә һыйынып, мыжып ҡына торҙо. Нәфисә апай:

— Ҡыҙым, йә әле ҡурсаҡтарың менән уйнап ал. Улар һине һағынып бөткәндәрҙер инде. Бөгөн уйынсыҡтарыңды тотоп та ҡараманың, тине.

Ҡыҙсыҡ: "Юҡ-ҡ” —, тине лә карауатына барып ятты.

— Нимә булды, әллә ауырып киттеңме, тип әсә кеше бошоноп ҡыҙының маңлайын тотоп ҡараны.

— Бәй-й, башың ут кеүек ҡыҙыу. Ятып тор, бәпесем. Хәҙер ҡурай еләге менән сәй эсерермен, тип өтәләнде әсә кеше.

Өс көн шулай ҡаты ғына ауырығандан һуң, Фирҙәүсә беренсе тапҡыр тороп ултырҙы.

—Әсәй-й асыҡты-ым.

Ҡыҙының тауышын ишетеп Нәфисә апай ҙа йәнләнеп китте.

— Хәҙер, хәҙер, күгәрсенем. Минең бәләкәсем асыҡҡан икән, хәҙер аҡыллым, — тип һөйләнә-һөйләнә йүгергеләне.

Тамағына ашап алғас ҡыҙсыҡ ҡурсаҡтарын да һорап алды. Уларҙы үҙенсә дауаланы. Фирҙәүсәнең хәлен белергә дуҫтары ла килгән. Ҡулдарына төрлө-төрлө алмалар тотҡандар.

— Әйҙүк, түрҙән уҙығыҙ, балалар! Ниндәй хуш еҫле алмалар! —— Ҡайҙа үҫә бындай һутлы тәмлекәстәр, — тип ҡаршыланы Нәфисә апай балаларҙы.

— Алма баҡсаһында! — тине күпте белгән Динислам.

— Унда бик күп төр алмағастар үҫә, емештәре лә төрлө төҫтә ,— тине Ҡәҙерйә.

— Беҙҙең серле алмаларҙы ашап Фирҙәүсә тиҙерәк һауыҡҡһын — тип һүҙҙе дауам итте Динислам.

— Эйе, шунан бергә уйнарбыҙ, уның файҙалы витаминдары ла күп, — тип һүҙҙе йөпләп ҡуйҙы Ҡәҙерйә.

— Ә һеҙ алмағастарҙың атамаларын беләһегеҙме? — тип һораны Нәфисә апай уларҙан.

Балалар бер-береһенә ҡарап "Башкирская красавица”... тинеләр ҙә, башҡаларын онотҡанбыҙ, — тип туҡтап ҡалдылар.

 

Балалар! Бәлки һеҙ уларға ярҙам итерһегеҙ? Башҡортостанда ниндәй төр алмағастар үҫә? Алмалары ҡасан өлгөрә?

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар