КҮҢЕЛЛЕ, ТАТЫУ БАҠСА
Просмотров 995
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:11-2014
- Рубрика:Журнал тураһында / Хаттар
- Исеме:КҮҢЕЛЛЕ, ТАТЫУ БАҠСА
- Автор:Миңлегөл ТАЙСИНА
- Район:Өфө районы
- Ауыл:
- Рәссам:
Миңлегөл ТАЙСИНА
КҮҢЕЛЛЕ, ТАТЫУ БАҠСА
—Иртә һайын кескәйҙәр ҡайҙа ашыға икән? — тип һорайым улымдан.
—Балалар баҡсаһына! — тип яуаплай ул. Әҙерәк торғас, үҙе үк һорау яуҙыра:
—Әсәй! Ә нишләп баҡса тигәндәр? Баҡсала бит матур-матур, хуш еҫле сәскәләр, тәмле емеш-еләктәр, файҙалы йәшелсәләр генә була.
—Сабыйҙар ҙа шулай бөтә тереклек кеүек, балалар баҡсаһында бер ғаилә булып, татыу йәшәй, үҫә, ҙурая.
Өфө районы Шамонин ауылындағы "Ысыҡҡай” балалар баҡсаһында ла балаларҙың шат, сәләмәт үҫеүҙәренә бөтә шарттар ҙа булдырылған. Ике ҡатлы йортта 10 төркөм эшләй. Исемдәре лә бик үҙенсәлекле: "Йәйғор”, "Аҡбуҙат”, "Ҡыңғырау сәскә”, "Тубырсыҡ”, "Көләкәстәр”, "Тирмәкәй”, "Тамсылар”, "Көнбағыш”, "Аҡ сәскә”, "Ҡояшҡай”.
Һәр төркөмдә эшләүсе яғымлы тәрбиәсе апайҙар көн дә иртән кескәйҙәрҙе көләс йөҙ менән ҡаршылай. Балалар улар ярҙамында йырларға, бейергә, дуҫтар табырға өйрәнә, бер-береһе менән аралаша, хыяллана. Һүрәт төшөрөргә лә, хәрефтәрҙән һүҙҙәр төҙөргә лә оҫтара.
Йылы, иркен, уйынсыҡтарға бай баҡсала йөрөүсе кескәйҙәрҙең дә күңеле көр, кәйефе шәп.