Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 2-07-2015, 09:37 | Категория: Йәй / Әкиәттәр / Минең ғаиләм

Просмотров 1 129
"Аҡбуҙат"та баҫылған:07-2015
Рубрика:Йәй / Әкиәттәр / Минең ғаиләм
Исеме:Берҙәм булыуға ни етә
Автор:Әлфинур ВАХИТОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя Ҡәйүмова

 

 

Әлфинур ВАХИТОВА

Берҙәм булыуға ни етә

(әкиәт)

Ҡала сите. Алыҫ булмаған баҡсалыҡта алма ағастары, ҡарағай, сейә ҡыуаҡтары күренә. Картуф, йәшелсә бар. Таҙа итеп уталған түтәлдәрҙе уратып үҫкән ҡый үләндәре нимәлер тураһында серләшәләр.

— Йәгеҙ, туғандар, һөйләшеп алайыҡ. Һеҙҙе башҡаса эйәртеп йөрөмәйем. Картуф баҡсаһында көн бөттө. Быйыл кем ҡайҙа бара? Үҙебеҙ сейә ҡыуаҡтарын һайланыҡ —бейеклекте яратабыҙ. Ағас башында баҡсаға килеүселәрҙе сәләмләүе, үҙе ни тора! Унда эҫе лә, һыуыҡ та түгел, — тине Оҙон муйынлы сырмансыҡ.

— Беҙгә ҡойма буйы ла ярай. Унда берәү ҙә йөрөмәй. Үрмәләргә урын етмәһә, ҡойманың икенсе яғына сығырбыҙ. Ел дә ямғыр ҙа теймәҫ — тине Нескә биллеһе.

— Ә беҙ помидор түтәлдәре янына барабыҙ. Улар бик бейек үҫмәйҙәр, үрмәләүе еңелерәк булыр. Ере лә йомшаҡ ҡына, — тип ҡушылды, Нәҙек сираҡлы сырмансыҡ.

Ҡапыл көн яҡтырып, ҡояш ҡыҙҙыра башлай.

— Эй, һеҙ, Нәҙек сираҡтар, түтәлгә лә үрмәләй алмай түбәндә кибеп, тапаласаҡһығыҙ. Эшкинмәгәндәр, — тип үсекләне Оҙондар.

— Юҡҡа ҡайғырмағыҙ, яйын табырбыҙ әле. Үҙегеҙҙе ҡарағыҙ!

— Тс-с-с, бында кемдер килә. Тегеләр шымып ҡала.

— Ҡара әле, Айтуған, ниндәй матур беҙҙең баҡса. Ҡарағаттар, сейәләр емешкә томалғандар. Ҡартуф та сәскә атҡан, — тип Нәркәс шатланып сәпәкәй сапты.

— Шулайын шулай ҙа тик бына уларҙы сырмансыҡ баҫҡан бит әле. Нисек таҙартып бөтөрбөҙ инде, — тип һөйләнде малай. Үҙҙәре бигерәк нәҙектәр, әйтерһең дә, кәтүк ебе. Бер-береһенә үрелеп, буталып бөткәндәр. Йолҡоп алырға көс һалмай булмай. Урын бөткәнме ни һеҙгә? Башҡаларығыҙ кеүек ҡойма ситендә генә үҫһәгеҙ ни булған. Хуш еҫ таратып сәскә атып ултырыр инегеҙ. Йәки ана тегеләре һымаҡ сейә төбөндә, үҙҙәре ҡороҙар ине исмаһам, — тип һөйләнде Айтуған.

— Ысынлап та, ҡара әле һин уны, яңы утап сыҡтыҡ бит әле. Әйҙә, ҡул менән булһа ла йолҡоп сығайыҡ, инде, улай булғас. Емеш ағасына үҫергә ҡамасаулайҙар, бит, — тине Нәркәс. Өс төрлө сырмансыҡ икән бында, әгәр ҙә барыһы ла ҡойма буйлап ҡына үҫһәләр, ниндәй йәм биреп ултырырҙар ине, эйе бит Айтуған?! "Айырығанды айыу ашар, бүленгәнде бүре...” тигән мәҡәлгә тура килеп тора...

Шулай итеп малай менән ҡыҙ кискә саҡлы сүп үләнен утанылар.

— Бына күрегеҙ инде Оҙон муйындар, бөтәһенә лә баш булырға теләгәйнеләр ҙә булдыра алманылар:

Өҫкә үрләүе ҡыйын,

Булһаң да оҙон муйын.

Баш була алманың бит,

Килеп сыҡманы уйың...

Ә инде Нәҙек сираҡтар иһә, бөтөнләй ашламаға әйләнде, — тип туғандарын йәлләп көрһөндө ҡойма буйында үҫкән Нескә билле сырмансыҡтар...

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар