Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 13-01-2015, 19:11 | Категория: Авторҙар / Минең ғаиләм

Просмотров 916
"Аҡбуҙат"та баҫылған:01-2015
Рубрика:Авторҙар / Минең ғаиләм
Исеме:МАГНИТ БӘЛӘҺЕ
Автор:Гүзәл ҒӘЛИЕВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:

 

Гүзәл ҒӘЛИЕВА

МАГНИТ БӘЛӘҺЕ

 

Магнит таптым, магнит таптым!

Үәт ҡыҙыҡҡа килеп ҡаптым!

 

Ҡармаҡ осона бәйләнем,

Тимер балыҡ ҡаптырҙым.

Сөй-ҡаҙауҙы вагон итеп

"Тепловоз”дан тарттырҙым.

 

"Келт-келт”, "келт-келт” йөрөп ята

Өҫтәлдә ҡул сәғәте.

(Тағы онотоп ҡалдырған —

Әсәйемдең ғәҙәте).

 

Зыңҡ итеп килеп йәбеште,

Яҡынайтҡас магнитты,

Тәҙрәнән төшкән ҡояшта

Быялаһын ялт итте.

 

Бәй, сәғәттең "келт-келт” иткән

Тауышы юҡ түгелме?

Ҡыҙыҡ бөттө. Сәғәт китте.

Түгел хәҙер күңелле…

 

Был магнитты ҡайҙан таптым!

Бәлә булды үҙемә.

Нисек кенә күренәйем

Әсәйемдең күҙенә?

 

Бесәй яуап бирмәҫ инде

Минең боҙғаным өсөн,

Ҡыйын булһа ла, әсәйгә

Әйтәм инде дөрөҫөн.

(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар