Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 15-01-2015, 12:13 | Категория: Шиғырҙар / "Аҡбуҙат"ҡа бағышлана

Просмотров 1 303
"Аҡбуҙат"та баҫылған:01-2015
Рубрика:Шиғырҙар / "Аҡбуҙат"ҡа бағышлана
Исеме:Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы уҡыусыларының ижады
Автор:
Район:Бөрйән
Ауыл:
Рәссам:

 


 

 

 

"Аҡбуҙат” ул — пар ҡанатлы,

Нәфис-әҙәби журнал.

"Аҡбуҙат”ты күреү менән

Ҡулыңа уны һин ал.

Мөғжизәгә илтә беҙҙе

Уның серле биттәре.

Йыһанға сәйәхәт ҡылам —

Юҡтыр хыял сиктәре.

Әкиәт, комиксы ла

"Аҡбуҙат” муҡсаһында.

Ижад ит шиғыр, хикәйә —

Шундуҡ баҫалар унда.

Йырлап тора һуңғы бите,

Һүрәте — оҫта ҡулдың.

Түҙемһеҙлек менән көтәм,

Килгәнен һәр бер һандың.

"Аҡбуҙат”ты алдырайыҡ,

Уҡыйыҡ, таратайыҡ.

Рухи байлыҡ сығанағы —

Бергә генә атлайыҡ.

Ҡәҙриә ҠАСИМОВА, 6 класс.

 

 

 

 

"Аҡбуҙат”ҡа

 

"Аҡбуҙат” журналына

Яҙылығыҙ, туғандар,

Ошо журналға яҙылып,

Алдынғы ла булған бар.

Барыһын да өләсәйҙән

Һорашып белешегеҙ.

Һүрәт, шиғыр бәйгеһенә

Килегеҙ, күрешербеҙ!

 

Айгиз ҠАРАМЫШЕВ, 5 класс.

 

 

 

Килде беҙгә "Аҡбуҙат”,

Уҡыйым ҡабат-ҡабат.

Әкиәттәре, шиғырҙары

Үҫтерә беҙҙә "ҡанат”.

Ирхан ҮТӘБАЕВ, 2 класс.

 

 

 

Һәр баланың кескәй сағы

"Аҡбуҙат” менән уҙһын.

"Аҡбуҙат”ҡа яҙылығыҙ,

Алдырығыҙ, уҡығыҙ!

Гөлназ НАСЫРОВА, 6 класс.

 

 

 

Алдырабыҙ "Аҡбуҙат”ты

Уҡып барам һәр һанын.

Бер баҫҡысҡа күтәреләм

Уны уҡыған һайын.

Айгөл СӨЛӘЙМӘНОВА, 6 класс.

 

 

Әсәй менән яҙылдым

"Аҡбуҙат” журналына.

Түҙемһеҙлек менән алдым

Журналды ҡулдарыма.

Рәйлә ҒӘЛИНА, 5 класс.

 

 

 

 

Аҡбейектең һыртынан

Аҡбуҙат килә елеп.

Әйҙәгеҙ, минең арттан

Белем тауына!- тиеп.

Алина МӘХМҮТОВА.

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар