Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 8-04-2015, 19:54 | Категория: Авторҙар / Фәстереү

Просмотров 956
"Аҡбуҙат"та баҫылған:04-2015
Рубрика:Авторҙар / Фәстереү
Исеме:ҮГЕҘҘЕ ЙЫҒА ҺУҒАМ
Автор:Юнир САЛАУАТОВ
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Фәстереү

Юнир САЛАУАТОВ

ҮГЕҘҘЕ ЙЫҒА ҺУҒАМ

(фәстереү)

 

Шәкирйән, Мансур һәм мин, урмандан бәләкәй генә санаға тейәп утын алып ҡайттыҡ. Сана тартыуға көс еткәнгә маһайып, бер-беребеҙгә мускулдарыбыҙҙы күрһәтеп маҡтандыҡ. Шәкирйән менән Мансурҙың ҡулдары ҡыҫҡа булғас, мускулдары минекенә ҡарағанда ҙурыраҡ күренде.

— Һинең мускулың шыйығыраҡ, — тине Мансур. Был һүҙҙән мин бик ныҡ ғәрләндем. Ни эшләп мин уларҙан кәм булырға тейешмен тип, көслөрәк булыуымды иҫбатлап:

— Мускулдар шыйығыраҡ булһа ла, мин бер һуҡҡанда үгеҙҙе йыға һуғам! — тинем.

—Шаштырма, — тине Шәкирйән.

—Улай булғас, үгеҙегеҙҙе һуғып күрһәт, — тине Мансур.

Бөгөн булмай, иртәгә беҙгә килегеҙ, йорт алдындағы майҙанға, — тинем.

Шул көндө үк тегеләр минең маҡтанғанды башҡа малайҙарға таратҡандар. Улар миңә мыҫҡыллы ҡараш ташлап үттеләр.

Мәктәптән ҡайтыуыма майҙансыҡ малайҙар, ҡыҙҙар менән тулғайны.

Йә инде, үгеҙеңде йыға һуғып күрһәт, — тип көлдөләр өлкәнерәктәре.

Үгеҙҙе малай-шалай түгел, ололар йыға алмай, тине асы телле Мәстүрә.

Мин ике йәшлек үгеҙҙе етәкләп алып сыҡтым да, боҙло ергә баҫтырҙым. Әлдә кисә ямғыр яуып туңдырып ебәргәйне. Үгеҙ боҙ өҫтөндә саҡ баҫып тора. Мин бәләкәй генә йоҙороғомдо барыһына ла күрһәтеп төйнәнем дә үгеҙҙең янбашына һуҡтым. Саҡ-саҡ баҫып торған бахырҡай үгеҙ йығылып та китте.

Майҙансыҡ "Ах!” итеп ҡалды.

Ә мин: "Юҡтан-барҙан маҡтана торған малай түгелмен!” тип танауымды сөйҙөм.

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар