Тыуған яғым
Просмотров 752
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:10-2015
- Рубрика:Бәпембә / Шиғырҙар / Тыуған илем
- Исеме:Тыуған яғым
- Автор:Ирхан ҮТӘБАЕВ
- Район:Бөрйән
- Ауыл:Әбделмәмбәт
- Рәссам:
Тыуған яғым
Бай минең тыуған яғым:
Йылғаһы, шишмәләре,
Урманында ҡоштар һайрай,
Яланда – сәскәләре.
Йылғаһында балыҡ ҡарпый,
Ҡырҙарҙа бар йәнлеге.
Ҡараһаң, күҙҙе ҡыҙҙыра
Еләгенең күплеге.
Бай минең тыуған яғым –
Беҙ шуны күрһәк ине.
Барыһын һаҡларға кәрәк –
Ҡәҙерен белһәк ине!
Ирхан ҮТӘБАЕВ.
Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы.
(голосов:2)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар