Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 2-11-2015, 15:56 | Категория: Авторҙар / Минең ғаиләм

Просмотров 705
"Аҡбуҙат"та баҫылған:11-2015
Рубрика:Авторҙар / Минең ғаиләм
Исеме:БӘЛӘКӘЙ ХУЖА
Автор:Факил МЫРҘАҠАЕВ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя Ҡәйүмова

 

 

Факил МЫРҘАҠАЕВ

Факил Сәлих улы Мырҙаҡаев Миәкә районы Ҡаран ауылында 1950 йылда тыуған. Журналистикала, "Башҡортостан ҡыҙы” журналында, "Башҡортостан” гәзитендә эшләгән. Хикәйәләр, повестар авторы. Һәҙиә Дәүләтшина премияһы лауреаты.

БӘЛӘКӘЙ ХУЖА

(Хикәйә)

Сәмирхан балалар баҡсаһына йөрөмәй, өйҙә ултыра. Әсәһе уға ҡусты алып ҡайтырға йыйына. "Тәтәйҙәреңде ватма, ҡустыңа бирерһең", – ти. Шуға күрә уйынсыҡтарын ипләп кенә уйната ла әсәһе хәстәрләгән тартмаға алып ҡуя.

Уйын менән мауыҡҡан малай әсәһенең һүҙҙәренә башын күтәрҙе.

– Улым, мин тиҙ генә магазинға барып әйләнәм. Өйҙә һин хужа булып ҡалаһың. Ишекте бер кемгә лә асма.

– Ярар, әсәй.

Сәмирхандың фатирҙа яңғыҙ ҡалғаны бар, шуға ул ҡурҡмай. Әсәһе лә борсолмай.

Әсәһе китеп, күп тә үтмәне, ишек ҡыңғырауы зыңғырланы. Малай урынынан ҡуҙғалманы. Ләкин ишек артындағы кеше бигерәк ныҡыш булып сыҡты: өҙлөкһөҙ зыңғырлатты. Сәмирхан ишек янына барҙы.

– Кем бар унда?

– Был мин – Йәмиға инәйең. Балаҡайым, ас!

"Әһә, әсәһенең апаһы".

– Әсәйем ишекте асмаҫҡа ҡушты!

– Мин сит кеше түгелмен, миңә асырға ярай.

– Әсәйем бер кемде лә индерергә ҡушманы.

– Мине шулай ишек төбөндә тотаһыңмы ни? Аяҡтарым талды. Үҙеңә күстәнәс тә алғайным. – Йәмиға апай үҙен йәлләтмәксе булды.

Инәһенең күстәнәсен ашағыһы килһә лә, "егет” әсәһенең һүҙенән сыҡманы. Шулай ҙа инәйен ҡыҙғанды. Үҙенең бәләкәй ултырғысын сығарҙы ла тиҙ генә ишекте ябып та ҡуйҙы. Тыштан "Рәхмәт!" тигән тауыш ишетелде.

Әсәһе ҡайтҡас әрләр, тип шөрләгәйне лә малай, әммә ул да, Йәмиға инәһе лә маҡтаны:

– Шулай үҙ һүҙеңдән ҡайтма. Бер ваҡытта ла!

Бер көндө йоҡонан уянғанда әсәһе өйҙә юҡ ине.

– Ул дауаханала, – тине атаһы.

Бөгөн иһә атаһы ҡустыһын алып ҡайтырға юлланды. Күрше Шифа әбейгә фатирға ла, улына ла күҙ-ҡолаҡ булып торорға ҡушты.

Өйҙә яңғыҙ ҡалғас, Сәмирхан уйға талды: "Ниндәйерәк ҡусты икән? Минең менән уйнармы? Һаран булып сыҡһа? Тәтәйҙәрен бирмәһә? Ана, Гизәрҙең дә ҡустыһы бар. Йүнләп атлай алмаһа ла, ағаһының бөтә уйынсыҡтарына хужа булған! Береһен дә бирмәй. Ала башлаһаң иларға тотона. Минең ҡустым да шулай булып сыҡһа?..”

Ул тәтәйҙәрен йәшереп ҡуйырға булды. Тартманы бер аш-һыу бүлмәһенә, бер залға килтерҙе. Йоҡо бүлмәһенә лә күҙ һалды. Оҙаҡ уйлағас, күрше әбейгә индерергә булды…

–Ҡурҡаһыңмы әллә? – тип һораны Самирхандан ишек асҡан әбей.

– Юҡ! Шифа әбей, уйынсыҡтарым һиндә тороп торһон әле. Атайымдар әллә ниндәй ҡусты алып ҡайта бит әле. Йә миңә уйнарға бирмәҫ...

Шифа әбей, көлөмһөрәп, малайҙың ҡулындағы тартманы алды. Сәмирхан иһә ҡустыһын көтөргә фатирҙарына инеп китте.

 

 

 

 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар