Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 24-05-2018, 12:14 | Категория: Йәй / Әкиәттәр / Хайуандар илендә

Просмотров 807
"Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2018
Рубрика:Йәй / Әкиәттәр / Хайуандар илендә
Исеме:Терпе - малай
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя ЗЫЯИ

Терпе - малай

(Әкиәт) 

Терпе - малай
Бәләкәс дуҫым, ә һин беләһеңме, терпе, терпе булырҙан алда, малай булған, ти. Эйе, эйе, алдашмайым, хатта балалар баҡсаһына ла йөрөгән, ә исеме Булат булған, ти.
Ул уйнарға, алма ашарға, тырнағын кимерергә бик яратҡан. Әсәһенең:
— Улым, тырнаҡтарыңды ашама, әтеү сәнскеле терпегә әйләнерһең, — тигәненә лә ҡолаҡ һалмаған.
Шулай йөрөп ятҡан көндә малайҙың арҡаһына бер-бер артлы энәләр тиртеп сыға. Башта йомшаҡ энәләргә Булат бик иғтибар итмәгән. Ваҡыт үткән һайын, энәләр ҙурыраҡ үҫеп, ҡамасаулай башлаған. Малай был турала әсәһенә әйтеп тә өлгөрмәгән, терпегә
әйләнгән дә ҡуйған, ти.
Баҡсала селәү ҡаҙып йөрөгән Әмир, ағастар араһында нимәлер ҡыштырҙауына иғтибар итте. Бер аҙ шөрләһә лә, ҡыҙыҡһыныуы көслөрәк булып сыҡты. Ул, уҫал кесерткәндәрҙе аяғы менән һындыра баҫып, эскәрәк үтте. Бәлки, сысҡандыр?.. Юҡ, сысҡан түгел! Ул аяҡ тауышын әллә ҡайҙан ишетеп, күптән ҡасыр ине... Кипкән япраҡтар, сүп-сар араһында тағы нимә булырға мөмкин?
Бәлки, туҙбаш йыландыр?.. Тик бығатиклем Әмирҙең баҡсала бер ваҡытта ла йылан күргәне булманы.
— Терпеее! — тип ҡысҡырып ебәрҙе Әмир.
Ысынлап та, алма ағасы төбөндә терпе балаһы ултыра ине. Ул Әмиргә бөтөнләй иғтибар итмәне. Бәләкәй генә тәпәйҙәре менән ҙур алманы тотоп алған да мырт- мырт кимерә, үҙ алдына нимәлер һөйләнгән кеүек:
— Ниңә генә әсәйемдең һүҙен тыңламаным, ниңә генә тырнаҡтарымды ашаным икән?.. Әсәйем әйтте бит:
«Тырнаҡтарыңды ашама, энәле терпегә әйләнерһең», – тип. Ә мин ҡолағыма ла элмәнем...
Әмирҙең аптырауынан башы әйләнеп китте. Тауышы ла таныш кеүек, тип терпегә яҡыныраҡ килеп, сүкәйеп ултырҙы. Терпе, алма ашауынан туҡтап:
— Әмииир! – тине лә ҡысҡырып илап ебәрҙе. Бына шул саҡ инде малай күршеһе Булаттың тауышын танып алды.
— Булат, әллә был сәнскеле терпе – һинме?
— Эйе.
— Нимә булды һинең менән?
— Булды инде, булды, бына терпе булдым.
— Нишләп?
— Тырнағыңды ашаһаң, һин дә терпегә әйләнәсәкһең!
— Кит, юҡты һөйләмә!
— Ал ҡулыңды ауыҙыңдан!
Әмир:
— Булат, ә хәҙер ни эшләйһең инде?
— Әллә... — тине Булат, мөғжизә булыуына бөтөнләй ышанысын юйып. — Беләһеңме, Әмир, әгәр мин кире малайға әйләнһәм, әсәйемдең һүҙен тыңлап ҡына торасаҡмын! Һин дә өлкәндәрҙең һүҙен тыңла, йәме! Сөнки улар беҙҙе ярата… — тип әйтеп тә өлгөрмәне, көслө ел сығып, терпене тәгәрәтеп ҡарағат ҡыуаҡлығына алып инеп тә китте.

Терпе - малай

— Уй, уй, әсәәәй, кесерткән саға! – тип, ҡыуаҡлыҡтан Булат йүгереп килеп сыҡты. Әүәлге Булат! Әмирҙең шатлығының иге-сиге булманы.
Был хәлдән һуң урам малайҙары Булаттың хатаһын ҡабатламаны.
Бына шулай, балалар, һеҙ ҙә аҡыллы булығыҙ, тырнаҡтарығыҙҙы кимермәгеҙ, йәме! Әтеү терпегә әйләнерһегеҙ!
Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА
Рәссам Майя ЗЫЯИ
 
 
 
 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар