Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 20-06-2018, 08:54 | Категория: Авторҙар / Әкиәттәр / Хайуандар илендә / Ҡырағай йәнлектәр

Просмотров 882
"Аҡбуҙат"та баҫылған:06-2018
Рубрика:Авторҙар / Әкиәттәр / Хайуандар илендә / Ҡырағай йәнлектәр
Исеме:Энә ҡарағы
Автор:Гөлнур Яҡупова
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя Зыяи

Энә ҡарағы

 

«Аҡбуҙат»тың тоғро дуҫы, шағирә, яҙыусы Гөлнур Миҙхәт ҡыҙын 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
 

Энә ҡарағы

 

 
Гөлнур ЯҠУПОВА
Энә ҡарағы
(Әкиәт)
Йәшәгән, ти, ғәҙәти бер сиңерткә. Сос булған ул: һауала ла оса, һыуҙа ла йөҙә, ти. Көндәрҙән бер көндө, күл өҫтөндә зырлап осоп йөрөгәндә, ғәжәйеп күренешкә шаһит булған әлеге сиңерткә: томбойоҡ япрағында кескәй генә бер ҡыҙсыҡ йөҙөп бара, ә үҙе
йырлай-йырлай сигеү сигә, ти.
– Һин кем, һылыу? — тип һораған сиңерткә.
– Төймәкәй, — тигән ҡыҙсыҡ.
– Һин бит эльфтар илендә йәшәйһең? Андерсен әкиәтен әллә мин уҡымаған, тиһеңме...
– Әкиәттең башы ғына шул әле... Төймәкәй моңһоу ғына йылмайған да нағыш сигеүен дауам иткән. Ҡулындағы энәһе ҡояшҡа ялтырап-ялтырап китә икән, ти.
Сиңерткәнең ныҡ күҙе ҡыҙған шул энәгә: яйын тура килтереп, ҡыҙсыҡтың ҡулынан тартып алған да ҡанатланып осоп киткән, ти.
Төймәкәйҙең илағанын бер баҡа ишетеп ҡалған, ә ул ябай ғына баҡа түгел, һикереү буйынса күл чемпионы, имеш.
– Илама, ҡыҙыҡай, мин ул ҡараҡты хәҙер табып килтерәм — тигән чемпион һәм, ысынлап та, оҙаҡламай тегене тотоп та килтергән. Ә сиңерткә сос бит инде, урлаған энәһен йота һалған, ти.
Меҫкен энә ҡарағын таяҡҡа бау менән бәйләп язалағандар, ти, әммә ул
урлағанын кире бирмәгән, енәйәтен танымаған...
Шунан бирле был сиңерткәгә «Билдәш энәғараҡ» тигән исем йәбешкән дә ҡуйған инде. Энәһе билендә, ти, һаман да, ҡараҡ тигән яманатынан мәңге ҡотола алмай, ти, бахырҡай.
06-2018
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар