Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 10-11-2015, 16:17 | Категория: Авторҙар / Тылсымлы һандыҡ

Просмотров 733
"Аҡбуҙат"та баҫылған:11-2015
Рубрика:Авторҙар / Тылсымлы һандыҡ
Исеме:Әбей, бабай һәм ҡамыр
Автор:Гөлсирә ШАФИҠОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Әлфия Шафиҡова

 

Гөлсирә ШАФИҠОВА

Әбей, бабай һәм ҡамыр

 

Әбей ҡамыр ултыртҡан,

Ултыртҡан да онотҡан.

Ҡабарған ҡамыр туптай,

Ҡабарған ҙур болоттай.

Ҡабарғас ҡамыр тауҙай,

Илай, аптырай бабай.

Ҡабара бара ҡамыр,

Ҡабара ла ҡабара —

Һалыу кәрәк табаға.

Ҡабарһа былай ҡамыр,

Бабай бәләгә тарыр.

Түҙмәгән ҡамыр, ташып

Сыҡҡан күнәктән ашып.

Бабай, ситкә янтайып,

Иҙәнгә ауған, тайып.

Ҡамырлы ике ҡулы,

Һаҡалын тырнай һулы.

Танау — ҡамыр, бите — ҡамыр,

Абау! Уны кем таныр?

Ауылға эңер төшкәс,

Һөйләшеп, һүҙе бөткәс,

Әбей ҡайтып ингән, ти.

Ҡабыр батырын күреп

Һыны ҡатып көлгән, ти.

Ҙур ағас көрәк менән

Ҡатҡан ҡамырҙы ҡырып,

Йыуындырған бабайҙы

Һыулы мискәгә тығып.

Шунан инде икәүләп,

Һөйөп-һөйөп, иркәләп,

Асыуланған ҡамырҙы

Тултырғандар күнәккә.

Хәҙер, дуҫтар, бергәләп

Була инде көлһәк тә.

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар