Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 10-05-2017, 17:22 | Категория: Әкиәттәр / Хайуандар илендә

Просмотров 1 210
Дуҫлыҡ нимәнән башлана?
Бер һарайҙа күрше генә йәшәгән, ти, Бөҙрәкәй менән Ҡатыморон. Улар бер-береһе менән уйнамаған, ти. Сөнки Бөҙрәкәй урман-ҡырҙа йөрөргә яратҡан, ә Ҡатыморон бысраҡты үҙ иткән. Бысраҡта аунап көнөн үткәргән Ҡатыморонға бик күңелһеҙ булып киткән, ти. Ул үҙен яңғыҙ тип тойған. Хатта, күршеһенә ҡарап, бер аҙ көнләшеп тә ҡуйған, ти. Бөҙрәкәй иртән сығып китә лә ҡояш байыр алдынан ғына бик күтәренке кәйефтә ҡайтып инә икән. Шулай бер кис Бөҙрәкәй күңелһеҙләнгән Ҡатыморондо күреп ҡалған да:
— Бик кәйефһеҙ күренәһең бөгөн. Нимә борсой һине? — тип һораған.
Ҡатыморон нимәгә кәйефе төшкәнен һөйләп биргән, ти.
— Шуға ғына булһа, борсолоуың бушҡа икән, — тип һикерәңләгән күршеһе.
— Нисек бушҡа ғына? — тип аптыранған, ти, Ҡатыморон.
— Шулай! Иртәгә иртән һин дә минең менән бергә урман-ҡырға бара алаһың, — тигән.
— Унда бик матур, күңелле, еләҫ тә. Һутлы үлән дә, эсергә һыу ҙа етерлек. Бергәләп уйнарбыҙ.
Ҡатыморон бик шатланған был һүҙҙәргә. Бер йылы һүҙ йәнде иретә бит. Берәү ҙә уға иғтибар итмәй ине, ә иртәгә ул Бөҙрәкәй менән яланға бергә барасаҡ. Бына шулай дуҫлыҡтың башланыуына бер йылы һүҙ һәм иғтибар етә икән.
 
Аделина КЕЙЕКБАЕВА, 1»Б» класы уҡыусыһы.
Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы.
Өфө ҡалаһы.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар