ӘСӘЙҘӘР БАЙРАМЫ
Просмотров 690


- Минең әсәйем иң-иң матуры!
– Минең әсәйем, өләсәйем һәм мин дә – иң уңғаны!
– Минең әсәйем матур итеп йырлай.
– Ә минең әсәйемдең ҡулдары йомшаҡ ҡына...
— Минең әсәйем тәмле итеп бишбармаҡ, туҡмас ашы бешерә...
Ситтән генә ҡарап торған бер бәләкәс: «Ә мин әсәйемде бик ныҡ яратам!» — тине. Быны ишеткән ҡыҙҙар, малайҙар, һүҙҙәрен бүлдерә-бүлдерә: «Мин дә, мин дә...» — тип, бер-береһен еңергә тырышты. Хатта, уҙыша-уҙыша, әсәйҙәренең ниндәй һөнәр кешеһе икәнлеген дә һөйләп бирҙеләр.
Бына шундай иҫ киткес йылы, йомшаҡ, күңелгә хуш килеп торған яғымлы һүҙҙәр әйтеп иркәләй икән Өфө ҡалаһы 166-сы башҡорт балалар баҡсаһының кескәйҙәре үҙҙәренең иң яҡын, ғәзиз кешеләрен. Был көндө әсәй-өләсәйҙәрен «Әсәйҙәр байрамы»на саҡырғайнылар. Инде дәртле итеп тыпырҙап бейеп, шиғыр һөйләп, йырҙар йырланылар. Һүрәттәре менән бергә, фоторәсемдәр ҡушып, ҡотлау гәзитен дә бүләк иттеләр. Бергәләп төрлө викторина, ярыштарҙа дәррәү ҡатнаштылар.
Шаулап-гөрләп уҙған байрамға ошо балалар баҡсаһында эшләгән ойоштороусы-тәрбиәселәр: Азалия Дим ҡыҙы, Зәлиә Сәғит ҡыҙы, Лилиә Зиннур ҡыҙы һәм Рәйсә Сөләймән ҡыҙының да индергән өлөшө бик ҙур. Уларҙың барыһына ла, шулай уҡ музыкаль
яҡтан биҙәгән Нурғәли Сәхи улына, өлкән тәрбиәсе Дилбәр Шамил ҡыҙына, балалар баҡсаһының мөдире Гөлсара Шамил ҡыҙына ла әсәй-өләсәйҙәр ҙур рәхмәтен еткерҙе.
Зөбәйҙә ИСЛАМОВА әҙерләне.
(голосов:0)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар