Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 6-01-2016, 19:51 | Категория: Авторҙар / Ҡыш / Йыл миҙгелдәре

Просмотров 772
"Аҡбуҙат"та баҫылған:01-2016
Рубрика:Авторҙар / Ҡыш / Йыл миҙгелдәре
Исеме:ҠАР ҺӨЙЛӘШӘ БЕЛӘМЕ?
Автор:Фәниә ЧАНЫШЕВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя Зыяи

 

ҠАР ҺӨЙЛӘШӘ БЕЛӘМЕ?

 

Фәниә ЧАНЫШЕВА

ҠАР ҺӨЙЛӘШӘ БЕЛӘМЕ?

Ҡыш бабайҙың, күр әле,

Ап-аҡ икән келәме!

Наил һорай: — Өләсәй,

Ҡар һөйләшә беләме?

— Ерҙә бөтә нәмә лә

Үҙенсә һөйләй белә.

— Улай булғас, яуған ҡар

Нимә тип әйтә миңә?

— Иренеңдә ирермен,

Яғаңа ҡунайым, — ти.

Баҡсаңа тиклем һине

Оҙатып ҡуяйым, — ти.

Апайҙарҙы тыңлаһаң,

Ҡарышмаһаң һис ҡасан,

Татыу ғына уйнаһаң,

Ваҡытында йоҡлаһаң,

Тау булып өйөлөрбөҙ,

Санала шыуырһың, — ти,

Беҙҙең менән дуҫ булһаң,

Таҙа-ныҡ булырһың, — ти.

 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар