Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 7-01-2016, 19:57 | Категория: Авторҙар / Йомаҡтар

Просмотров 864
"Аҡбуҙат"та баҫылған:01-2016
Рубрика:Авторҙар / Йомаҡтар
Исеме:ЙОМАҠ
Автор:Фәниә ЧАНЫШЕВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя Зыяи

 

 

Фәниә ЧАНЫШЕВА

ЙОМАҠ

Бармы һеҙҙә шундай кеше?

Һис кенә лә бөтмәй эше,

Йүгереүсе, һикереүсе,

Бөтә ерҙә өлгөрөүсе?

"Яратам”, тип яҙып ҡуйһа,

"Я”һы кире ҡарап тора.

Шуҡлығына асыу килмәй

Мутлығы ла яраттыра.

— Әкиәт һөйлә! Йоҡлама, — тип,

Үҙ яғына бора башты,

Һине түгел, урынынан

Ҡуҙғатыр ул тораташты!

Оноттора бар донъяңды,

Уй-хәсрәттән арындыра,

Күрмәй торһаң, һағындыра,

Йә һөйҙөрмәй ялындыра.

Һорау биреп "йәнде ала”,

Йырлай икән — моңға һала,

Һөйләгәндә — уйға ҡала,

Ауырып китһә — шомға һала.

Кем ул һиңә ҡарап тора,

Тәрән уйға ҡалып ҡына?

Кемдең холоҡ-ҡылығынан

Үҙ-үҙеңде танып була?

 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар