Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 6-09-2013, 17:41 | Категория: Яңы йыл / Авторҙар / Ҡыш / Йыл миҙгелдәре

Просмотров 1 514
"Аҡбуҙат"та баҫылған:1-2011
Рубрика:Яңы йыл / Авторҙар / Ҡыш / Йыл миҙгелдәре
Исеме:Яңы йыл ҡасан килә
Автор:Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Яңы йыл ҡасан килә / Тамара ИСКӘНДӘРИӘ

Календарҙың
Бите йыртыҡ.
Ҡағыҙ ҡалды
Артыҡ-бортоҡ.

Үткән көндө
Йыртып ташлап,
Була яңы
Көндө башлап.

Йыртһам тотош
Календарҙы
Яңы йылға
Еттем-барҙым!

Әсәй көлә:
Юҡ, ти, ҡыҙым,
Яңы йылға
Юлдар оҙон.

Үтмәйенсә
Йәйен-көҙөн,
Йыл үтмәй шул
Булсы түҙем!

Яҙҙың һары
Бәпкәләре,
Йәйҙең матур
Сәскәләре,

Көҙҙөң һутлы
Алмалары,
Ҡыштың боҙло
Алҡалары

Аша ята
Урау юл, ти.
Шунан килә
Яңы йыл, ти.
(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар