Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 4-08-2016, 09:02 | Категория: Алтын бишек / Минең ғаиләм

Просмотров 594
"Аҡбуҙат"та баҫылған:03-2016
Рубрика:Алтын бишек / Минең ғаиләм
Исеме:Бәпесем
Автор:Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА
Бәпесем

Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА
БӘПЕСЕМ
 
 
Батыр инде ҙур үҫте,
Әсәһенең уң ҡулы...
Портфеле бигерәк ауыр,
"Бишле”ләр менән тулы.

Мәктәптән ҡайтҡас та, Батыр
Әсәһенә булыша,
Бутҡа ла бешерә ул,
Табаҡ-һауыт йыуыша.

Унан дәресен әҙерләй,
Мәсьәләләрҙе сисә.
Мәсьәләне сискән һайын,
Батырыбыҙ тиҙ үҫә.

Урыҫ теле, туған тел дә
Уның өсөн еп-еңел.
Батырҙың өйгә эштәрен
Һанап бөтөрлөк түгел.

Арып-талып, арып-талып,
Батыр йоҡларға ята.
Әсәһенең, һөйә-һөйә:
"Тыныс йоҡла, бәпесем!” — тип
Әйткәнен ул ярата.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар