Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 22-10-2014, 14:16 | Категория: Әкиәттәр / Бәпембә / Хайуандар илендә / Ҡырағай йәнлектәр

Просмотров 1 751

 

Айыухан мажаралары…

 

(Хикәйәт)

Мине цирктағы дуҫтарым Айыухан тип кенә йөрөтәләр. Ә кешеләр өсөн мин бер айыу балаһы ғынамын. Улар мине бер тәгәрмәсле велосипедта йөрөргә лә, бейергә лә, хатта, йырларға ла өйрәтә башланылар…

Тап шул саҡтарҙа Учалыға цирк артистары ултырған автобус менән йәнлектәр тейәлгән машиналар юлға сыҡты. Мине алып барған машина артта ҡалды. Юл шул тиклем насар, түҙер әмәл ҡалманы. Башым ситлек тимеренә бәрелеп йоҙроҡтай оро ултырттым. Машинабыҙ күпергә еткәс, ҡаршыға саң борҡотоп бер мотоцикл килеп сыҡты. Бәрелешмәҫ өсөн машина ситкә боролоп та өлгөрмәне, ситлек менән күперҙән аҫҡа тәгәрәнем. Йоҙаҡ ватылып, ишек асылып китте. Миңә шул ғына кәрәк ине. Бөтә көсөмдө йыйып табанымды ялтыраттым. Күк түбәле, йәшел һарай мине үҙ ҡосағына тартып алды. Хәҙер рәхәт йәшәйем мин бал ашап, балыҡ тотам. Ҡыш көндәре тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Машинала ҡағылып-һуғылып, бензин еҫкәп йөрөмәйем, рәхәтләнеп йоҡлап ятам. Тик шул төтөнгә тонсоҡҡан ҡала урамдары, уҫал машиналар, һуҡыр светофорҙар һаман да төшкә кереп ҡаңғырталар. Ҡотом осоп уянып китәм…

Бер көн шулай аяғым эргәһендәге ятҡан ағас киҫәге иғтибарымды үҙенә тартты. Кеше-фәлән йөрөмәйме икән тип яҡын тирәләге урмандарҙы байҡап килергә булдым. Маҡсатыма аҙым яһаным да шунда уҡ туҡтарға мәжбүр булдым. Кемдер минең өңөмдөң ауыҙын томалап ҡуйған. Бер ни аңлап өлгөрмәнем гөрһөлдәп ергә ауҙым. Башым ныҡ ауыртты, әйтерһең дә, ҡолағыма тимер сөй ҡаҡҡандар. Иҫем китеп юғарыға ҡарап оҙаҡ яттым. Бер шәлкем ҡояш нуры үтеп инде лә минең менән шаяра, тау башына менергә саҡыра башланы. Циркта мине ҡаяларға үрмәләргә лә, арҡан буйлап йөрөргә лә өйрәткәйнеләр. Ундағы үткәндәр иҫкә төшкәс, һикереп торғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Бөтә көсөмдө йыйып тоҙаҡ-соҡорҙан юғарыға ынтылдым. Бына мин тауҙың башында иркен тын алып, ҡулдарымды күккә һуҙып баҫып торам һәм: «Һаумы, һаумы ҡотҡарыусым!» — тип ҡояшты сәләмләйем.

Гөлнара Күсәева.

Учалы ҡалаһы 10-сы урта мәктәбе уҡыусыһы.

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар